logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Яратам,тип әйтеп өлгөрмәнем… Гөлсирә Ғиззәтуллина

   

“Ағиҙел” журналының 3-сө һанында яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтергә өлгөрмәнем” тигән хикәйәһе һәм әҙибәнең Айгөл Ҡылысбаева менән әңгәмәһе баҫылып сыҡты. Автор үҙе был хикәйәһен “илай-илай яҙҙым” тип әйтә, “геройҙарымды, үҙебеҙҙе йәлләйем” ти. Уҡыуы ла был әҫәрҙе бик еңелдән түгел, әленән әле күҙгә йәштәр эркелә. Кемделер йәлләүҙән дә түгел, ә йәшәйештең асылын яңы аңлағандай булаһың һәм быға тиклем яуап тапмаған бик күп һорауҙарыңа яуаптар табаһың. Бының өсөн авторға ҙур рәхмәттәр әйтке килә.

Әҙибә менән әңгәмәнән бер өҙөк: “Был хикәйәлә килтерелгән хаттарҙан өҙөктәр, фекерҙәр, уйҙар – барыһы ла архив материалдары буйынса яҙылған китаптарҙан, хәтирәләрҙән алынған. Әҙәм балаһының шундай кимәлгә төшә алғанына, вәхшилегенә һәм шул яуызлыҡты аҡлай алғанына тетрәнеп яҙҙым. Үҙем яҙам, үҙем ни өсөн был хикәйәнең дауамы тап әлеге ваҡытта килә башлағанын аңлай барам…”
Ә һеҙ уҡынығыҙмы был әҫәрҙе? Һеҙҙә ниндәй уй-тойғолар уятты хикәйә?

_

Китапханала китапханасы булып эшләйем. Ай һайын журналист Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай «Ағиҙел” журналын райондарға таратып сыға.Әле лә шаулап–гөрләп башҡала яңылыҡтары менән таныштырып, күрше райондарға йүнәлделәр. Журналды тиҙ генә ҡарап сыҡтым. Әһә, үҙебеҙҙең Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ”… тигән хикәйәһе баҫылған. Киске тынлыҡта уҡып сыҡтым…
Иртәгеһенә иң беренсе булып йүгереп килеп еткән Гөлсәсәк апайға, журналды тапшырып, иртәгәгә уҡып сығып, алып килегеҙ инде, – тием. Иртәнсәк Гөлсәсәк апайым, журналды кире алып килгәндә, һылыу, ни эшләп әҙерәк эстәлеген һөйләп, таныштырманың, хикәйәне уҡып, илап, төнө буйы йоҡламаным, -тимәһенме.
Сираттағы уҡыусыбыҙ Лилиә апайға журналды биргәндә инде, хикәйәнең эстәлеген ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем. Шулай итеп, журналдағы хикәйә бик уҡымлы булды, китап уҡыусылар сират тороп ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡып сыҡтылар Гөлсирә апайҙың “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ”… хикәйәһен.
– Бик тәрән уйҙарға төшөрҙө…
– Илай-илай уҡыным…
– Хикәйәне уҡып сыҡҡас, тәьҫирләнеп төнө буйы йоҡлай алманым..
– Бигерәк кенә үҙебеҙҙең кеше инде Фәрхинур (төп герой) апай..
– Шул хәтлем халыҡсан яҙылған, бер тынала уҡып сыҡтым…
– Кинофильм төшөрөргә ине был әҫәр буйынса – бына шундай тәҡдимдәр, фекер алышыуҙар бик күп булды.
Йәмле көҙ башында үҙәк китапхананың уҡыу залында күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты Гөлсирә Ғиззәтуллина менән “Күңел утрауы” тип исемләнгән әҙәби – музыкаль кисә үткәрелде. Был матур сара яҡташыбыҙҙың күркәм юбилейына арналды.
Сараның төп өлөшөндә Гөлсирә апайҙың матур тормош юлы, илһамлы ижад һәм ижадының алтын емештәре тураһында һөйләшеү булды. Ҡатнашыусылар яҙыусыға үҙҙәренең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Бигерәк тә яңы баҫылып сыҡҡан «Яратам, тиеп әйтеп өлгөрмәнем…” хикәйәһе буйынса әңгәмә йәнле булды. Һүҙ йомғағы әйләнә лә шул әҫәргә барып төшә. Бик күп китап уҡыусыларыбыҙ йыйылған ине был сарала. Ысынлап та, үҙемдең һәм китапханаға йөрөүсе күп һанлы китап уҡыусыларыбыҙ исеменән әйтәм, Гөлсирә Мирза ҡыҙының “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ”… хикәйәһе иң уҡымлы әҫәр.
Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә, хөрмәтле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ, районыбыҙҙың хөрмәтле яҙыусыһы, үҙебеҙҙең Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ”… тип аталған, мөхәббәткә тоғролоҡ, ғүмерлек һағыныу, һағыш менән һуғарылған хикәйәһен уҡырға саҡырам.
Үҙәк китапханаға рәхим итегеҙ!

Гөлкәй Әлмөхәмәтова,китапханасы.