logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“МИЛЛӘТ ҠОТО – ҠОРАМА”

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсепкә, күңел байрамына әүерелеп киткән. Энә, еп һәм туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары.Ҡорама – ул ябай ҡаралты ғына түгел, ул тотош хәтер юрғаны. Өләсәйҙәребеҙҙең, ҡәрсәйҙәребеҙҙең яратып кейгән күлдәктәренән һырылған ҡорамалар быуындар хәтерен генә түгел, милли асылыбыҙҙы ла һаҡлар гәүһәрҙәр ул.
Ҡорама ҡорау – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Был ҡул эшендә түҙемлелек, сабырлыҡ та кәрәк. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, уны теккән ваҡытта изге теләктәрен дә әйтеп ултырған.
19 октябрь, үҙәк район китапханаһының уҡыу залында, Башҡорт мәҙәни һәм рухи мираҫ йылына арнап, “Милләт ҡото – ҡорама” тигән матур сара үтте.
Ҡорама тегеү серҙәренә өйрәтергә бөтә яҡлап та уңған, ҡул эштәре оҫтаһы Аҙнағолова Әнзинә Сәлимгәрәй ҡыҙы саҡырылғайны.Ул сараға килеп, ҡорама тегеп өйрәнеүселәргә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
– “Минең әсәйем дә ҡул оҫтаһы булды, – ти Әнзинә апай. – Унан да бирелгәндер инде оҫталыҡ. Эшләһәң, ҡыҙығаһың, тегеп, йә бәйләп бөтһәң, күңел ҡәнәғәтлеге алаһың. Бәйләргә, тегергә өйрәнергә теләгәндәргә бик теләп ярҙам итәм. Киләсәккә бик күп пландар менән янып йөрөйөм” -тиеп үҙе менән таныштырып үтте ул.
Эйе, эш тәҗрибәһе менән уртаҡлашыу кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта, дуҫлаштыра, татыулыҡҡа өндәй.
Өйөгөҙҙә һәр саҡ ҡот, кәйефегеҙ гел күтәренке, ә күңелегеҙҙә тик байрам булһын тиһәгеҙ – ҡорамаға тотоноғоҙ!