12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

 14 ДЕКАБРЬ — БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ


Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.
«Туған телем менән ғорурланам” исемле әҙәби дәресте китапханасы Әлмөхәмәтова Г.Р. инеш һүҙҙәре менән шулай итеп башланы.Әҙәби дәрестә Иҫәнғол урта мәктәбенең 9- сы класс уҡыусылары ҡатнашты.
Сара барышында балалар башҡорт халҡының бөйөк шағиры- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар.
Икенсе өлөштә башҡорт халҡының мәҡәлдәре менән таныштылар, йомаҡтар систеләр, метаграммалар, анаграммалар, «Бер һүҙ әйт», «Тиҙәйткесте дөрөҫ һәм тиҙ әйт» уйындарында ҡатнаштылар.
Осрашыу М.Аҡмулланың «Башҡорттарым уҡыу кәрәк!», Рәми Ғариповтың «Туған тел», З.Биишеваның «Башҡорт теле», Баязит Бикбайҙың «Туған тел» шиғырҙарын тасуири итеп уҡыу менән тамамланды.