12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Аҫылташ серен асҡан аҫыл ир»

Бөгөн Абзан моделле китапханаһында ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, «Башҡортостандың атҡаҙанған геологы» Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиевтың 90 йыллыҡ юбилейына арналған «Аҫылташ серен асҡан аҫыл ир» тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Кисәгә Абзан урта мәктәбенең 7 -се синыф уҡыусылары (уҡытыусылары Бикбулатова Г.Н.) һәм «Әүҙемдәр» клубы ағзалары саҡырылды.

Башҡортостандың атҡаҙанған геологының тормош һәм хеҙмәт юлы менән танышып, уның йәшнәп йәшәүенә инанаһың. Урал тауҙарының аҫылташтарына, ҡаҙылма байлыҡтарына арналған 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы булыуын әйтеү генә лә һәр көнөнөң энә менән ҡойо ҡаҙығандай итеп үткәненә ышандыра.
Ул мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай, һүрәт төшөрөргә маһир була, шиғырҙар яҙа. Тимәк, бәләкәйҙән тирә-яҡҡа рәссам күҙлегенән баҡҡан, матурлыҡты, хозурлыҡты күрә белгән. Шиғри күңеллелеге иһә — тәбиғәт балаһы булыуҙан.
«Үҙ һөнәремдән, башты биләп алған тау-таш тураһындағы уйҙарҙан айырылып булмай. Бына мин һыу эсәм тип Билән итәгендәге шишмәгә эйеләм һәм һыу төбөндәге гранат бөртөктәрен күрәм. Еләк өҙәм тип Билән битләүендәге ергә ҡул һуҙһам, бындағы тупраҡтың ялтыраған (слюда) ҡабырсаҡтарына бай икәнлеге күҙгә салына. Ҡыҙыл буйында һәр ҡырсынташ миңә үҙ исемен, ҡайҙан ағып килгәнен, ер йөҙөндә нисә миллион йыл йәшәгәнен әйтеп ята. Ә тауҙарға менһәм, һәр ҡаяташ миңә үҙ телендә тарих һөйләй». Былай тойоу һәм ошолай тос итеп яҙыу өсөн шағир булырға кәрәк.
Басир Дәүләтбай улының «Һөйәм » шиғыры менән Ғәфиә Ишбулатова, «Бер йыр яҙҙым» — Фәниә Ғәйнуллина, «Ҡайтып төшкәс» -Лариса Әбдрәшитова таныштырып үтте. Басир ағай оҙон көйҙәр тыңларға, бейергә яратҡан. Үҙе лә тауҙар буйлап сәйәхәт итергә яратҡан Фәниә Ғәйнуллина «Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ» йырын йырлап ишеттерҙе. Шулай уҡ Басир Дәүләтбай улының туғандары Асия һәм Нәсимә апай Маһәҙиевалар уның тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Уҡытыусы Гөлфирә Нурислам ҡыҙы уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәндәр өсөн Мәһәҙиевтар үҙ приздарын булдырыуын әйтеп, балаларҙы тырышып уҡырға, күпте белергә саҡырҙы. Рәмилә Ағурҙина Басир Мәһәҙиевҡа арналған китап күргәҙмәһе һәм уның китаптары менән таныштырҙы. Сарабыҙҙы Рәйлә Ғәйнуллина башҡарыуында Ирек Кинйәбулатовтың Басир Мәһәҙиевҡа арнап «Аҫылташ асылын асып» тип яҙған шиғыры менән тамамланыҡ.
Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен онотмайбыҙ икән, бәйләнештәр өҙөлмәй, ул һаман да беҙҙең арала ҡала бирә һәм күңел хазиналары менән уртаҡлаша.