12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Туған телем — башҡорт теле, һөйләшәм мин башҡортса»

Бөгөн Өмбәт ауыл китапханаһында Халыҡ -ара туған тел көнөнә ҡарата китапханала эшләгән «Шаяндар» клубы балалары өсөн «Туған телем — башҡорт теле, һөйләшәм мин башҡортса» исемле әҙәби сәғәт үтте. Китапханасы ни өсөн Туған тел көнө үткәрелә, уның маҡсаттары нимәлә икәне тураһында һөйләне. Балалар шулай уҡ донъяла бөтәһе нисә тел барлығы тураһында ла белделәр. Туған телде һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуынға еткереү өсөн туған телдә һөйләшергә, китаптар уҡырға кәрәк икәнен дә аңлатып үтте кииапханасы. Балалар «Башҡорт яҙыусылары — балаларға» исемле тәҡдим — күргәҙмәнән китаптар алып, башҡорт телендә шиғырҙар, хикәйәләрҙе ҡысҡырып уҡынылар. Туған тел тураһында яттан шиғыр һөйланеләр.