Башҡортса китаптар
Ә һеҙ китап менән дуҫһығыҙмы? Улайһа, беҙгә килегеҙ!
Китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә. Ейәнсура үҙәк китапханаһында балалар һәм ололар өсөн башкорт телендә китаптар бар. Бөгөн иғтибарығыҙға түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.