12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Иң күп китап уҡыусы ғаилә»

Гүзәл һәм Талип Йомалиндар Сәғит ауыл китапханаһының  иң  әүҙем китап уҡыусылары.

Талип Йомалин детектив, тарихи китаптарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә уҡыһа, Гүзәл апай периодикаға өҫтөнлөк бирә. Журналдарҙағы сканворд, кроссвордтарҙы сисә. Гүзәл һәм Талип Йомалиндар дүрт балаға ғүмер биреп, эйәле-башлы иттеләр. Икеһе лә совхозда эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялдалар. Минең китапханала эшләү дәүеремдә улар бик күп китаптар, газета-журналдар уҡынылар һәм хәҙер уларҙың ейәнсәрҙәре  әүҙем китап уҡыусыларым минең. Улар Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһынан. Йәйге каникулдарҙа китапханала үткән һәр  сарала ҡатнашалар. Йомалиндар үҙҙәре генә түгел балалары , ейән-ейәнсәрҙәренә  лә китапҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр. Ошондай ғаиләләр күберәк  булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауылы китапханасыһы.