“Ҡатын-ҡыҙ – ул серле йыһан”
6 март көнө Өмбәт ауыл китапханаһында “Ҡатын-ҡыҙ – ул серле йыһан” исемле сара үтте. Китапханасы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, матур шиғыр менән сараны башлап ебәрҙе. Сара барышында ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө ҡыҙыҡлы интеллектуаль һәм хәрәкәткә ҡоролған уйындар тәҡдим ителде. “Ромашка” , “Гармун”, “Борсаҡ өҫтөндәге принцесса”, “Дөрөҫлөк детекторы”, “Киноман” уйындарында бөтәһе лә ихлас ҡатнашып, бирелгән бөтә биремдәрҙе лә үтәнеләр, рәхәтләнеп күңел астылар. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре лә йырланы, шиғыр һөйләне, ҡатын-ҡыҙ психологияһына бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында укынылар. Байрам сараһы сәй табыны менән тамамланды.