12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Нурия Фәтих ҡыҙы — иң шәп китап уҡыусы»

Әлмөхәмәтова Нурия Фәтих ҡыҙы Ейәнсура районы Бикбау ауылында ғаиләлә иң тәүге бала булып донъяға килә. Унан һуң тыуған дүрт туғанын ҡарашып, бөтә эшкә лә өйрәнеп үҫә ул. Бала сағы күмәк уйындар, тауҙан сана шыуыу, йәшлеге күрше ауылдарға уйынға йөрөү, ә иртә менән йә бесәнгә, йә келәткә эшкә сығыу кеүек шул осор йәштәренә таныш күңелле мәшәҡәттәр менән үтә. Был ваҡыттар иң ҡәҙерле, иң матур хәтирә булып иҫтә ҡалған Нурия апайҙың.
Башланғас кластарҙа “бишле” билдәләренә генә уҡый, һәр саҡ ваҡиғаларҙың уртаһында булырға, бер нәмәнән дә ситтә тороп ҡалмаҫҡа тырыша. Ә шулай ҙа ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө китап уҡыу була. Мажараларға бай бала саҡ, мәктәп йылдары артта ҡала. Нурия хеҙмәт юлын Бикбау ауылы клубы мөдире булып эшләй башлай. Һәр байрамға концерт, спектаклдәр ҡуйыу, ял кисәләре ойоштороу, киске уйындар, ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт усағы гөрләп тора. Ғүмерлек мөхәббәте Сулпан Вәлиәхмәт улын осрата һәм яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Йәштәр Күмертау ҡалаһында йәшәйҙәр, эшләйҙәр, ләкин уларҙы тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ғаилә Бикбауға кире күсеп ҡайта, ҙур итеп йорт төҙөйҙәр, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә үҙҙәренең намыҫлы, тырыш, егәрле , эшсән икәнлеген күрһәтәләр. Икәүләшеп китапханаға йөрөргә лә ваҡыт табалар улар.
Бергә донъя көтөүҙәренә 40 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Ошо ваҡыт эсендә иң ҡыуаныслы мәлдәре – 3 балаға ғүмер биреп, уларҙы үҫтереп, уҡытып, ҙур тормош юлына сығарыуҙыр, моғайын. Бөгөн балалары өсөһө лә юғары белемле, алған һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Оло улдары Урал Альбина килене менән 3 бала, ҡыҙҙары Айгөл Рәсүл кейәүе менән 4 ул үҫтерәләр, кесе улдары Булат әле өйләнмәгән.
Сулпан ағай ҡаты ауырыуҙан һуң гөрләтеп донъя көтөр, ғүмер көҙҙәрен бергә ҡаршылар ваҡытта мәңгелеккә күсә. Нурия апай был һынауға бирешмәй, балаларға, ейәндәренә терәк булып, тыуған йорттоң утын һүндермәй йәшәүен дауам итә. Ул бөгөнгө көндә “Әхирәттәр” төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы, көслө рухлы, ижади кеше, моңло тауышлы йырсы. Нурия Фәтих ҡыҙының тағы бер һәләте асылды – уның яҙған шиғырҙары үҙебеҙ үткәргән һәр байрамды биҙәй. Уның сығарған таҡмаҡтары менән район сәхнәһенә лә сыҡтыҡ.
Күңелең һәр саҡ йәш,үҙең дәртле булып ҡал, беҙҙе яңынан-яңы ижад емештәрең, моңло йырҙарың менән ҡыуандырып тор, Нурия апай!