12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Мөғжизәләр яланы”

6 март көнө Буранғол моделле китапханаһында “Мөғжизәләр яланы” уйыны үткәрелде. Башҡорт халыҡ милли кейемдәренә бағышланған һорауҙарға яуаптарҙы тиҙ таптылар. Бөтә өс турҙа ла ҡатнашыусылар зирәклектәрен күрһәттеләр. Шулай ҙа финалға Исхакова Шәмсинур, Хамитова Филүзә, Акбутина Рәйлә сыҡты. Супер-призға Акбутина Рәйлә лайыҡ булды. Уйында ҡатнашыусылар үҙҙәренең аш-һыуға оҫталыҡтарын -бешерегән ашамлыҡтарын күрһәттеләр.Оҫта йырсылар Гүзәл Өмөтбаева менән Рәйлә Акбутина йыр бүләк итте. Еңеүселәр һәм шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде. Уйын бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтте.