12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Ѳйҙѳң ҡото — ҡорама»

Ҡорама ҡорау — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, уны теккән ваҡытта изге теләктәрен дә әйтеп ултырған. Сәғит ауыл китапханаһында «Аҡйондоҙ» клубы ағзалары «Ѳйҙѳң ҡото — ҡорама» тигән сара үткәрҙе.
Ѳләсәй, әсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡы ҡорама бѳгѳн бик ҡәҙерле һәм зауыҡлы. Күңел йылыһын һалып башҡарылған был әйберҙәр хәҙер модаға инеп китте. Күптәр уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай, ҡыҙҙарына, килендәренә, ейәнсәрҙәренә уларҙың килеп сығыу тарихын һѳйләп, артабан бүләккә биреп ҡалдыра. Шулай итеп ҡорама ҡулдан-ҡулға күсеп, үҙе бер тарих, ғаилә ҡомартҡыһына әйләнә. Ҡорама ғаилә тарихының бик күп хәтирәләрен һаҡлай, ѳсмѳйѳш, дүрткел генә туҡыма киҫәктәренең һәр береһенең үҙенең тарихы бар шул.
«Аҡйондоҙ» клубы ағзаһы Тәнзилә Ҡыуатова ҡорама ҡорарға бик маһир.Ул байрам алдынан ҡыҙҙар менән оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты.Ниндәй туҡыма, нисек теҙергә, тегергә, ниндәйерәк ептәр менән теккәнен һөйләне һәм күрһәтте. 90-сы йылдаҙағы Сәрүәр инәй Мөхәмәтйәнова теккән түшелдерек (йәки күкрәксә)не нисек теккәнен аңлатты. Хәҙерге ваҡытта сепрәк бик күп һәм сағыу төҫлө, уларҙы ташламаҫҡа һәм бик күп әйберҙәр эшләп булыуын әйтте.Был беҙҙең йәштәргә фәһемле сара булды.