12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Тарих сәғәте « Юныс Бикбов — арҙаҡлы шәхес»

15 март, район үҙәк китапханаһында « Юныс Бикбов — арҙаҡлы шәхес » тип аталған тарих сәғәте үтте. Ул яҡташыбыҙ, республикала билдәле шәхес Бикбов Юныс Юлбарыҫ улының яҡты иҫтәлегенә бағышланды. Сарала Иҫәнғол 2-се һанлы мәктәбенең 8 “Г”класы уҡыусылары, тарихсы Марат Сәйфулла улы Түләбаев ҡатнашты һәм башҡорт халҡының тарихи гимнына әүерелгән “Урал” йырын тыңлауҙан башланды. Китапханасы Әлмөхәмәтова Г. Р. :

“Башҡорт халҡы күңелендә Тыуған ил — Уралтау бер бөтөндө тәшкил итә. Изге төйәкте һаҡлап, ир-егеттәр бик күп ҡан түккән, хатта тыуған ер улар ҡаны менән һуғарылған, яңғыҙ талын ҡырҡһаң да, унан ҡан тама — бына Тыуған ил өсөн күпме көрәш булыуы йырҙа сағыла. Уралтауһыҙ йәшәүҙе башҡорт күҙ алдына ла килтермәгән, бында уның Тыуған иле: йә ул Уралтауҙы һаҡлай ҙа шунда йәшәй, йә Уралтау өсөн көрәштә үлә, изге юлда ҡорбан була — уға башҡа юл юҡ.Бында яҙмышҡа үкенергә йәки үҙ-үҙеңде йәлләүгә урын ҡуйылмай”.

-Үткән быуат башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп әле. Ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ. Улар Башҡортостан республикаһын булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияларына эләгеп, тиҫтә йылдарға уларҙың яҡты исемдәре онотолоуға дусар булған,- тиеп артабан һүҙҙе Марат ағай Түлебаевҡа бирҙе. Ул ошо тарихи ваҡиғаларҙың ҡатнашыусыһы, яҡташыбыҙ тураһында уҡыусыларға тулы мәғлүмәт бирҙе:

— Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Әбүләйес ауылында Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән үҫәргән ырыуының күренекле башлығы Бикбау бей нәҫеленән.

Юныс ауылы мәҙрәсәһендә белем ала, артабан рус мәктәбендә уҡый. Аҙаҡ Ырымбур гимназияһына уҡырға керә.1909 йылда Ҡазан Император университетының юридик факультетына уҡырға ебәрелә һәм унда «башҡорт стипендияһы» иҫәбенә белем ала.1911 йылда университетты тамамлағандан һуң, Орск өйәҙе 2‑се Үҫәргән улусында мировой судья булып хеҙмәт итә.

1917 йылдың йәйенән автономия өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең иң әүҙем эшмәкәрҙәренең береһе була. Июнь аҙағында атаһы Юлбарыҫ Бикбов менән бергә Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы итеп һайлана. 1‑се һәм 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша.

1917 йылдың декабрендә 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты була. 20 декабрҙә съезд барышында ойошторолған предпарламент — Кесе ҡоролтайҙың рәйесе, Башҡорт Хөкүмәтенең рәйесе итеп һайлана.

1918 йылдың авгусында хөкүмәт большевиктарҙан азат ителгән Ырымбур ҡалаһына Каруанһарайға ҡайтҡас, Юныс Бикбов Башҡорт Хөкүмәте рәйесе вазифаһын үтәй башлай. Уның етәкселегендә Кесе ҡоролтай ағзалары юридик эштәр менән шөғөлләнә, ауыл хужалығы һәм урман идаралығына ҡағылған закондар ҡабул итә.

1918 йылдың сентябрендә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч) менән Башҡортостан автономияһын таныу, Башҡорт ғәскәрен Халыҡ армияһы составына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Башҡортостан автономияһы делегацияһы составында Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша.

Башҡортостан территорияһы аҡтарҙан азат ителгәндән һуң, ул Үҫәргән кантоны ревкомына урындағы власть органдарын ойошторорға ярҙам итә. 1920 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы юстицияһының халыҡ комиссары була. Артабан «Башкиропомощь» ойошмаһында эшләй.

1920—1930 йылдарҙа Йылайыр кантонында халыҡ судьяһы вазифаһын үтәй. 1930 йылдың 22 мартында ҡулға алына һәм 5 йылға хөкөм ителә.  Юныс Бикбов Аҡ диңгеҙ — Балтика каналы төҙөлөшөнә ебәрелә. 1933 йылда азат ителә.

1933 йылда ғаиләһе менән Ташкентҡа күсә, башта мәктәптәрҙә, ә артабан университетта уҡытыусы булып эшләй.

1937 йылдың 29 сентябрендә репрессиялана, 8 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә һәм Ҡарағанда ҡалаһына ебәрелә. 1943 йылда төрмәлә вафат була. 1962 йылда аҡлана.

Марат ағайҙың сығышы тарихи материалдарға нигеҙләнеп эшләнгән слайд-шоу менән оҙатылып барҙы.

Уҡыусылар  шулай уҡ  М.Түлебаевтың тыуған яҡ,тәбиғәт тураһындағы  китаптары менән таныштылар. Сара китапхана алдындағы Ю. Бикбовтың бьюсты эргәһендә фотоға төшөү менән тамамланды.