12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Иң күп китап уҡыусы»

Ишеғолов Ринат ағай 1961 йылда Юлдаш ауылында күп балалалы ғаиләлә иң ҙур бала булып тыуған. Хәҙерге көнгәсә тыуған ауылында йәшәй. Дүрт балаһына матур тәрбиә биреп тормош иптәше менән хәҙер икеһе генә көн итәләр. Минең китапханасы булып эшләү дәүеремдә ул иң актив китап уҡыусыларҙың береһе. Иң яратып уҡыған гәзит-журналдарҙан тыш Ринат ағай шулай уҡ башҡортса прозалар, русса боевик китаптарын ныҡ уҡый. Моғайын,ул уҡымаған китапханала  бер генә лә башҡортса,татарса проза китаптары ҡалмағандыр.Үҙҙәре китап уҡып үҫкәс, балаларында ла китапҡа һөйөү тәрбиәләй алғандар улар. Яратҡан шөғөлө умартасылыҡ булғанға, ҡортсолоҡ тураһындағы барлыҡ китаптарҙы ла уҡып сыҡты ул. Тормошобоҙҙо бөтөнләйе менән интернет солғап алғанда, Ринат ағай кеүек китап ҡәҙерен белгән уҡыусылар күберәк булһын ине. Ҡағыҙ битендәге яҙма күпкә уңайлыраҡ бит.

Һүрәттә Ринат ағай иң яратҡан гәзите “Киске Өфө” менән.