12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Уҡытыусы — ниндәй гүзәл исем!

Юҡҡамы ни, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең шиғырында уҡытыусылар тураһында былай тип яҙа:
«Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.»

Тормош матурлығын тойорға, донъяның яҡшыһын-яманын айырырға ярҙам итте, мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле, ҡүпшы ғына кейенгән апайыбыҙ. Ейәнсура районының матур тәбиғәтле Байыш ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Атайҙары Назаров Яхъя — һуғыш ветераны, егәрле, булдыҡлы, талапсан булһа, әсәйҙәре эшһөйәр булыуы менән айырылып торған. Унынсы класты тамамлаған ҡыҙ Ырымбур өлкәһендәге Жёлтый педучилищеһына уҡырға инә. 1955 йылда уңышлы тамамлап, тәүҙә Һунарсы, аҙаҡ Әлебай башланғыс мәктәбенә уҡытырға килә. Бәләкәстәрҙе аң-белемле итеү өсөн ни тиклем тырышлыҡ, түҙемлек талап итеүен уҡытыусы үҙе генә белә. Мең төрлө һорау менән уның күҙҙәренә баҡҡан балаларҙы ул бер төрлө фекер йүнәлешенә ҡуйып, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ҡиммәттәрен аңлатып, хеҙмәткә һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләне. Ихласлығы, балаларҙы яратыуы менән ихтирам яуланы халыҡ араһында. Мәктәптә уҡыусыларының яратҡан — оҫта мөғәллиме булһа, өйҙә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй булды. Тормош иптәше Әхиәр Йомағужа улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.