12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китап уҡыусылар династияһы»

Күренекле француз яҙыусыһы, драматург, философ Дени Дидроның «Кеше китап уҡыуҙан туҡтаһа, фекерләүҙән дә туҡтай» тигән һүҙҙәре Теләүморатова Лилия Юлдыбай ҡыҙының тормош девизы тиһәк тә, хата булмаҫтыр. Сөнки ул бәләкәйҙән китап уҡырға ярата, һәм бөгөнгө көндә лә ул ошо рухи шөғөлөнә тоғро булып ҡала. Лилиә Юлдыбай ҡыҙы 1968 йылда Өмбәт ауылында тыуа, 1975 йылда 1- се синыфҡа уҡырға бара. 1983-1986 йылдарҙа Күмертау физкультура училищеһында белем ала. 2006-2012 йылдарҙа ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2012 йылдан алып Үрге Муйнаҡ урта белем биреү мәктәбендә география фәненән балаларға белем бирә. Лилиә Юлдыбай ҡыҙы баласағынан алып хәҙергә көнгә тиклем китап менән дуҫ булып ҡала. Ул үҙе генә китап уҡып ҡалмай, ә ҡыҙы менән ейәнсәрендә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләй алған. Бөгөнгө көндә улар китапхананың иң әүҙем һәм күп китап уҡыусылар династияһы. Лилиә Юлдыбай ҡыҙы детективтарҙы, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡый. «Биғылый», «Әрүахтар хөкөм һорай» әҫәрҙәре бигерәк тә оҡшаны, ти ул. Лилиә апайҙың ҡыҙы Ләйсән Камил ҡыҙы ла әсәһе менән бер мәктәптә эшләй. Ул да башҡорт яҙыусыларының китаптарына өҫтөнлөк бирә. Айырыуса, Ф. Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәре оҡшай. Ә иһә өсөнсө быуын китап уҡыусы Ғәлиә Ибраһимова бөтә бәләкәй балалар кеүек үк әкиәттәр ярата. Бигерәк тә А. С. Пушкиндың әкиәттәрен, «Непоседа» журналын яратып уҡый. 2- се синыфта уҡып йөрөгән Ғәлиә рус телендәге лә, башҡортса ла китаптарҙы, берҙәй үк яратып уҡый, балалар өсөн үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бына шундай китап уҡыусылар династияһы бар Өмбәт ауыл китапханаһының.