12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы быйылғы йыл илебеҙҙә «Педагог һәм остаз йылы» булып билдәләнә.

 

Ауылдың рухлы, зыялы, аңлы,белемле кешеләрен берләштергән урын – ул китапхана.
Белемле, мәҙәниәтле шәхестәр элек тә китапҡа ынтылған, үҙен хөрмәт иткән һәр зыялы китап тотҡан, уны башҡаларға еткергән, һаҡлаған. Элек китап мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә һаҡланһа, аҙаҡ улар китапханаларға күсә. Бөгөн китапханалар боронғо менән хәҙергене тоташтырыусы нурлы күпер булып торалыр. Китапхана шулай уҡ белем, мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала.
Районыбыҙ китапханасылары китап менән уҡыусы араһын яҡынайтып, кеше күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәп йәшәй.
Китапханала йыл буйына яҙыусы, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға сағыу күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләнә, сценарийҙар төҙөлә Китапханасылар республика йә район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнаша. Күренекле шәхестәр, билдәле әҙиптәр менән әҙәби кисәләр, яңы китаптарҙың исем туйҙары үткәрелеп тора.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы быйылғы йыл илебеҙҙә «Педагог һәм остаз йылы» булып билдәләнә.Ошо йылға бағышлап халҡыбыҙҙың рухын күтәреүсе, илһам уятыусы ,уҡытыусы, ижад менән дә шөғөлләнеүсе Күсәкова Гөлйөҙөм Рәүф тураһында булыр һүҙем. Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙы Мөхәмәтйән ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.Ул бала саҡтан тыуған хыялына тоғро булып бына күп йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.Иптәше Мөнир Хөрмәт улы менән 4 малай тәрбиәләйҙәр.Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙы бөтә ергә лә өлгөрә: төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә, матур итеп донья көтөргә лә, балалары менән шөғөлләнергә лә. Шулай уҡ ул оҫта автоледи ,буш ваҡыттарында ғаиләһе менән тәбиғәткә сығырға яраталар.Һәм, әлбиттә,беҙҙең китапхананың әүҙем китап уҡыусыларының береһе лә.Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙына ғаилә тыныслығы, ижади уңыштар, артабанда шулай әүҙем тормош алып барыуын теләйбеҙ.
Киләсәктә лә туған телебеҙҙе онотмайыҡ, мәҙәниәтебеҙгә, милләтебеҙгә тоғролоҡто юғалтмайыҡ тиһәк, башҡорт әҙәбиәте һағына баҫайыҡ, китапхана юлын һыуытмайыҡ.

 

Гөлкәй Әлмөхәмәтова,китапханасы.