12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Әлфиә апай — иң күп китап уҡыусы»

Ҡылысбаева Әлфиә апай 1958 йылда Самаҙы ауылында тыуған,ғаиләлә алты бала үҫә. 1965 йылда 1-се класҡа уҡырға бара. Бала саҡтан китап уҡырға ярата, иң ҙур күләмле уҡыған китабым З. Биишеваның китаптары “Кәмһетелгәндәр”, “Емеш”, “Оло Эйек буйында” беҙ ул китаптарҙы кис атай-әсәйгә Миңсылыу һылыуым менән алмашлап ҡысҡырып уҡый торғайныҡ, икенсе  “Боролош” китабы булды. Фәриҙә апаһы ул китаптарҙы уҡырға һиңә иртәрәк әле тип әйтеүе, китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята. Абзан мәктәбенә уҡырға барғас мәктәп китапханаһы етмәй,Самаҙы ауыл китапханаһына йөрөй башлай. Яңы эшкә килгән китапханасы Гүзәл апайҙы күрер өсөн иртәле-кисле китапханаға югерә торғайным тей, “әллә һүрәтен генә ҡарап уҡымай килтерҙеңме,әйҙә әле уҡығаныңды һөйләп бир әле тип уҡыған китабымды һөйләтә  торғайны Гүзәл апай”, ниндәй генә китап уҡыһамда эсенә инеп китеп уҡыйым, пьесалар, роман, повестәр, хикәйә, әкиәт, фантазия, детективмы нишләптер поэзияны үҙ итә алманым. Әлфиә апай минең актив китап уҡыусым, ағинәйҙәр клубы, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы ла, оҫта бейеүсе лә, һәр үткәрелгән сарала актив, әүҙем ҡатнашыусы ла. Өс балаһына матур тәрбиә биреп, тормош иптәше Хәлит ағай менән хәҙер икеһе генә көн итәләр. Китапханаға килгән китаптарҙан тыш гәзит-журналдарҙы ла яратып алып уҡый Әлфиә апай, кроссворд сисергә ярата, ейән-ейәнсәрҙәрендә каникул ваҡыттарында китапханаға йөрөтә. Хәҙерге заманда бөтөнләйе менән интернет солғап алғанда, Әлфиә апай кеүек китап ҡәҙерен белгән китап уҡыусылар күберәк булһын ине.

Һүрәттә Әлфиә апай яратып уҡыған журналы “Шоңҡар” менән.