12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китап – яҡын дуҫ»

Китап уҡымаған әҙәм — сәскә атмаған үлән (Ғайса Хөсәйенов).
Бик ҙур көскә эйә ул китап һәм китап донъяһы. Китап донъяһының ни тиклем йәмле, йәнле һәм ҡыҙыҡлы икәнлеген өлкән быуын кешеләре бигерәк ныҡ белә.
Беҙҙең иң әүҙем китап уҡыусыһы булған Хәким ағай Кинйәбулатов китапхананы бәләкәйҙән үҙ итә. Ул бигерәк тә тарихи,документаль әҫәрҙәрҙе, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡый. Был ғәжәп тә түгел, сөнки ул оҙаҡ йылдар мәктәптә тарих фәненән уҡытты. Башҡорт телендә сыҡҡан бөтә гәзит-журналдарҙы уҡымайса ҡалдырмай. «Ағиҙел» журналын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Кеше ғүмере буйы уҡырға, өйрәнергә һәм үҙен тәрбиәләргә тейеш тип иҫәпләй.
«Мин китап уҡымаған кешеләргә аптырайым,» — ти ул. Тик һуңғы ваҡытта күҙҙәре насар күреү сәбәпле, уҡыу уға ауырлашты. Алдағы көндәрҙә һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, Хәким ағай!

Айһылыу Илтенбаева, Бикбау ауылы китапханасыһы