12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китапхананың тоғро дуҫы

Ишеғолова Миңниса Дим ҡыҙы 1962 йылда Ергәйеш(Әбүләйес) ауылында тыуған. Юлдаш ауылына килен булып төшөп, тормош иптәше Ринат ағай менән ике ҡыҙ һәм ике улға ғүмер, матур тәрбиә биреп ғүмер итәләр. Күп йылдар ул мәҙәниәт йортонда эшләне, шунан хаҡлы ялға сыҡты.Бер мәҙәниәт йортонда бергә эшләргә лә тура килде беҙгә. Татыу, берҙәм булдыҡ. Шөкөр, хәҙер ҙә ул китапхана юлын онотмай. Шулай уҡ китапханалағы “Миләшкәй” әҙәби-музыкаль түңәрәгенең ағзаһы ла ул, саҡырылған саранан бер ваҡытта ла баш тартмай, әүҙем йөрөй.Ғаиләләре менән китап һөйөүселәр улар. Бигерәк тә хәҙерге яҙыусыларҙың прозаларын, “Шоңҡар”, “Киске Өфө”, “Башҡортостан ҡыҙы”н яратып уҡыйҙар.Шиғриәтте лә үҙ итә ул.Миңниса еңгәй шулай уҡ бик  күптән түгел район китапханаһы М. Бураҡаеваның юбилейы айҡанлы үткәргән викторинала күп ҡатнашыусылар араһында еңеүсе лә булды ул. Бүләк ителгән диплом һәм бик яҡшы китапты алып ҡайтып тапшырҙым.