12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Иң күп китап уҡыусы»

Буранғол моделле китапханаһы үҙенең иң күп китап уҡыусыһын асыҡланы. Китапхана юлына саң ҡундырмай ул. Әленән-әле яңы әҫәрҙәр алып уҡыр өсөн килә.Хаҡлы ялдағы Люция Латыпова әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ярата,шулайҙа ваҡытлы матбуғатҡа күберәк өҫтөнлек бирә .Бигерәктә әҙәби-нәфис журналдар «Шоңҡар» менән «Ағиҙел», ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә өсөн ижад ителгән «Башҡортостан ҡыҙы»н , «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрен уҡырға яраталар Латыповтар.Марат ағайҙа журналдар уҡый.Китапханала үткән сараларҙа ла актив ҡатнаша.Бәрәкәтле Хәйбулла еренән килен булып төшкән алсаҡ енгәй биш бала әсәһе лә.Балалары үҙҙәре теләгән һөнәргә уҡып,хәҙер инде һәр ҡайһыныһы үҙ ғаиләһе менән матур һәм бәхетле тормошта йәшәйҙәр.Ата-әсәләрен ҡыуандырып төп нигеҙгә өр-яңы күркәм өй һалыштылар.
Матбуғатлы, рухлы, шатлыҡтар менән тулы булһын өйөгөҙ.

Буранғол моделле китапханасыһы Хамитова Зөһрә.