12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Иң күп китап уҡыусы ғаилә»

 

Беҙҙең арала өлгө булырҙай ғүмерен яратҡан балаларына, иренә, туғандарына, дуҫтарына биреп йәшәгән, алдынғы тормош позициялы, әүҙем донъя көткән парҙар бик күп. Ундайҙар -ялдың нимә икәнен белмәгән,ниндәй генә шартта ла бөгөлөп төшмәгән, шөкөр итә белгән кешеләр. Иҙәш ауылында йәшәүсе Нәфисә һәм Зөфәр Ҡыуандыҡовтар тап шундай ғаиләләрҙең береһе тиер инем. Уларҙың бергә тормош ҡороуҙарына 41 йылда булып киткән.»Ҡыш сатлама һыуыҡ тип тормай, йәш саҡ -тиле ваҡыт , ат ектектә киттек күрше ауылға яҙылышырға. Үҙебеҙ яҙылышҡанбыҙ, ҡайтҡас атай-әсәйҙән ризалыҡ һорап торабыҙ»-тип көлә Нәфисә апай.Өйләнешкәстә Зөфәр ағай яратҡан эшен дауам итә, колхозда механизатор булып һөтөндә, көрпәһендә тигәндәй, көҙ булһа сөгөлдөр ташый. Ғаилә бюджетына иш-янына ҡуш булһын тип, әсә кеше клубта 5 йыл иҙән йыуа, эш булғас йәшәүелә күңелле, уның араһында бер-бер артлы балалар донъяға килә. Нәфисә апай үҙе күп балалалы ғаиләлә, иң баш бала булып донъяға килә. Үҙенән кесе туғандарын ҡарау уның елкәһенә төшә.»Һинән кесе ҡусты, һылыуҙар булыуы тағы ла күңелле, өй эсе күгәрсендәрҙәй геү килеп, шатлыҡлы ауаздар менән тулы була, үҙемдең бала сағымды хәтерләп, күңелемдә тик матур хәтирәләр генә һаҡлана»-ти ул. Тормош матур, балалар донъя биҙәге генә, уларҙың ғаиләһе лә түңәрәкләнә, тәүҙә бер-бер артлы малайҙар Фидан, Заһир унан һуң ҡыҙҙар Филюзә, Гөлйемеш, Земфира, Наҙгөл донъяға киләләр. Нәфисә апай Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимовтың ҡулын ҡыҫып «Әсәлек миҙалы»на лайыҡ була. Бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, ата-әсәһенә ярҙамсыл, эшлекле булып үҫәләр улар. Фидан атаһы юлын дауам итеп, ҡыҫҡартылғас та, үҙенең шәхси тракторы менән ауылдаштарына ярҙам итә. Ә, ҡалған балалары күптән үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәйҙәр. Ихаталарына килеп инеү менән күҙ ҡамашырлыҡ сәскәләр һине ҡаршылай. Күренеп тора бында ҡыҙҙар ҡулдары тейгәнлеге. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Нәфисә апайҙың,йәштәрсә етеҙлегенә, әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Ҡыйын ваҡытта кешегә йылы һүҙҙәр табып йыуата ла, алдашҡан кешене тиҙ генә урынына ултыртала белә,»ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы», «күп балалалы әсәйҙәр» ансамблендә ағза булып тора, мәҙәни, китапхана эсендә үткәрелгән сараларҙан берҙә ситтә ҡалмай , «Һабантуй»,»Ураҙа»,»Ҡорбан» байрамдары «Ололар көнө» һәм башҡа һәр-саҡ уртаһында була.Улар ғаиләһе менән «Иң күп китап уҡыусы ғаилә» исемен йөрөтәләр, өй хужаһы күренекле башҡорт яҙыусыларының романдарын үҙ итһә, хужабикә ейән-ейәнсәрҙәренә уҡыр өсөн, башҡорт халыҡ ижадын хуп күрә. Китапханаға килгән һәр яңы китаптар менән танышып ҡына ҡалмай уҡып, ҡатын-ҡыҙҙар менән түңәрәк өҫтәл ойошторғанда хисләнеп китеп эстәлеген дә һөйләргә иренмәй. Унан күреп башҡалар ҙа яңы китаптарҙы үҙҙәренә уҡырға алалар. Халыҡ араһында үткәрелгән байрамдарҙа Зөфәр ағай самауыр ҡайнатыусы булһа, Нәфисә апай ауылдаштарын тел йоторлоҡ ризыҡтары менән һыйлай. Ғаиләһе менән күпләп гәзит -журналдарға яҙылып, һәр һанын уҡып барып, ундағы уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр оторға ла өлгөрәләр.»Ейәнсура таңдары «гәзитенең даими уҡысылары ла. Ысынлап та, был тормошта ҡайнап, кемгәлер кәрәкле кеше булып йәшәү үҙе бәхет түгелме. Эйе тормош -матур. Унан йәм табып йәшәй беләйек замандаштар. Ә, өлгө алырҙай кешеләр әйләнә -тирәбеҙҙә байтаҡ.

Зифа Ишмырзина, Иҙәш ауыл китапханасыһы.