logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Китап уҡырға ярата”

Китап –  тормошобоҙҙа  иң  кәрәкле  әйбер. Ул кәңәшсе лә, серҙәш тә. Яҡшы китап һәр вакыт  күңел  түрендә  һаклана. Китап — белем шишмәһе тигән әйтем барыбыҙға ла яҡшы таныш. Кемдер тарихи романдар, икенселәр фәлсәфәүи хикәйәләр уҡырға ярата. Самаҙы ауыл китапханаһында иң әүҙем китап уҡыусылар араһында Сәйҙә апай Искәнйәрова.Сәйҙә  Нәжметдин ҡыҙы Искәнйәрова 1947 йылдың  2 февралендә Башҡорт Үргене ауылында тыуған. 1955 йылда 1 –се классҡа уҡырға бара ә 10 класты Иҫәнғол ауылы урта мәктәбендә тамамлай.Унынсы класты тамамлағас,әсәһенең әхирәтенең улы йырсы Иншар Солтанбаев 1965 йылда Муйнаҡ ауылына клубҡа эшкә урынлаштыра. Бер-ике йыл клубта эшләгәс Муйнаҡ ауылы егете Искәнйәров Вәлиуллаға тормошҡа сыға,биш балаға ғүмер бирәләр. Почтала ла эшләп ала Сәйҙә апай. Тормош иптәше мәрхүм булғас 1990 йылда икенсегә Самаҙы ауылына Шәриф Ҡыуандыҡовҡа тормошҡа сыға.Шәриф ағайҙың өс бәләкәй балаларын да үҙенекеләй яҡын итеп үҫтерешә. Шәриф ағай менән бергәләшеп, матур тәрбиә биреп, ете баланы ла тормош юлына аяҡ баҫтырала

— “Мин бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Бер уҡый башлаһам, уны уҡып бөтөргәнсе айырыла алмай инем. Гәзит-журналдарҙы күпләп яҙҙыра инек,балалар менән бергәләшеп уҡый торғайныҡ. Буш ваҡытымда әле лә уҡыйым, Т. Ғиниәтуллин, Т. Ғарипова,Г. Ғиззәтуллинаның һ.б.китаптарын  уҡырға яратам. Һуңғы ваҡытта Талха Ғиниәтуллиндың “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” китабын уҡыным. Ул һуғыш, һуғыш ҡалдырған тән һәм йән яралары,шулай уҡ саф мөхәббәт тойғолары йөрөткән кеше яҙмыштары хаҡында. Бик яратып уҡыным, — ти Сәйҙә апай”. Күҙҙәренә 2010 йылда операция эшләтһә лә әле лә китапханаға йөрөй,башҡорт яҙыусыларының роман,повесть,хикәйәләрен  уҡырға ала.Эйе, китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.

Розалия Яҡшыбаева, Самаҙы ауылы китапханасыһы.