logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китап – минең серҙәшем”

Кем уҡырға ярата, улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.

Ғәтифә Ейәнбирҙина Үрген ауылының иң әүҙем китап уҡыусыларының береһе  булып тора.  Уның китап яратыуы хәрефтәрҙе таный башлаған мәлдән башлана.  Иң тәү тапҡыр, әле мәктәпкә лә йөрөмәҫ элек, китапханаға килеп “Өс айыу”тигән әкиәт китабын алғанын яҡшы хәтерләй ул.

Йәшерәк ваҡытта билдәле  башҡорт яҙыусыларынан Зәйнәб Биишеваның, Ноғман Мусиндың, Яныбай Хамматовтың  әҫәрҙәрен яратып уҡый. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Фәрзәнә Аҡбулатованың, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирә,  “Башҡортостан ҡыҙы”журналынан күренекле шәхестәрҙең, артистарҙың тормошо тураһында уҡырға ярата. Кроссворд, сканвордтар сисеү ҙә Ғәтифә апайҙың яратҡан шөғөлө.

Китаптар яратҡанлыҡтан уларҙың өйөндә лә китаптар күп, шуларҙың бер өлөшөн яңыраҡ  ауыл китапханаһына бүләк итеүенә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Ғәтифә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хәйбулла районы ҡыҙы. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, артабан мәҙәниәт йортонда саралар ойоштороусы булып эшләп ала. Ә шулай ҙа уның төп һөнәре тәрбиәсе булып ҡала. Күп йылдар Аҡъяр балалар йорто тәрбиәсеһе булып башлай, етем балаларға ысын әсәй кеүек була ул. Шулай булмаһа, уның тәрбиәләнеүселәре әлеге көнгә тиклем апайҙарын иҫләп, ҡотламаҫтар ине.   Бер-нисә йыл элек кенә Ейәнбирҙиндар йортона сәстәре салланған, күптәре пенсия йәшендә булған, Ғәтифә апайҙың 18 “балаһы” килеп төштө. Өс көн улар үҙҙәренең еңел булмаған бала саҡтарын иҫләп, Ғәтифә апайҙың һәм уның ҡыҙы Ләйсәндең һый-хөрмәтен күреп ҡайтып киттеләр. Һуңынан Ғәтифә апай үҙе лә Аҡъярға осрашыуға барып ҡайтҡан. Бындай хөрмәт һәр кемгә эләкмәйҙер ул.

Үрген ауылы балалар баҡсаһында 25 йыл тәрбиәләгән бәләкәстәр өсөн дә Ғәтифә Ғәлиәхмәт ҡыҙы икенсе әсәй булды.  Ә инде үҙенең өс улы һәм бер ҡыҙы өсөн Ғәтифә апайҙың доньяла иң ҡәҙерле кеше булыуы тураһында яҙып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Уларҙың һәр береһе уңғанлыҡтары, кешегә итәғәтле, ярҙамсыл булыуҙары менән ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған.

Ғәтифә апай һәм уның ормош иптәше Азат ағай балаларында хеҙмәткә генә түгел, сәнғәткә лә һөйөү тәрбиәләгәндәр. Ғәтифә апай бик матур йырлаһа, Азат Ғәйнетдин улын районда оҫта гармунсы тип беләләр.  Уларҙың барыһын – килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә йыйһаң, ҙур бер концертты уйламай ҙа ойоштора алырҙар ине.

Хәйбулла ҡыҙы Ғәтифә күптән инде Үргендең патриотына әйләнгән, ул “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы, ауылдағы һәр эшкә ҡул менән дә, һүҙ менән дә ҡушыла, ауыл өсөн янып-көйә.

Г. Ейәнбирҙина, Үрген ауылы китапханасыһы