logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Күп уҡыған, күп белер”

Күп уҡыған, күп белер тиҙәр, беҙҙең халыҡта. Күп уҡыһаң фекерләү ҡеүәһе лә арта ғына. Теге осорҙа тыуып- үҫкән оло быуын кешеләре ошо категорияға инәлер. Ысынлап та китапханаға ла улар күберәк йөрөйҙәр бит. Һәр килгән газета- журналдар, яңы китаптарҙы улар көтөп ала ла инде. Шундай ғаиләләрҙең береһе Фәриҙә һәм Мөҙәрис Дәүләтшиндар. Мөҙәрис ағай детектив, криминал характерҙағы китаптар уҡыһа, Фәриҙә еңгә тарихи китаптарға өҫтөнлөк бирә һәм тарихты ла шәп белә. Фәриҙә еңгәй бик күп йылдар «Көнбикә» фольклор ансамбле ағзаһы булып торҙо, бик күп таҡмаҡтар, йырҙар өйрәтте, ауылда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашты, клубта художество етәксеһе булып та эшләп алды. Мөҙәрис ағай совхозда эшләп, хәҙер икеһе лә хаҡлы ялдалар.52 йыл бергә ғүмер итеп, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Һәр бер балаһына ғына юғары белем биреп ҡалмай, ейән- ейәнсәрҙәренә лә юғары белем алырға ярҙам итәләр. Бөтәһе лә китапхананың әүҙем китап уҡыусылары булдылар. Китап һөйөүсе был ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тигеҙ ғүмер, уңыштар һәм китап уҡыуҙарын ташламауҙы теләге килә.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауыл китапханаһы.