logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы”

Бикбау ауыл китапханаһында Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтовҡа арналған хәтер кисәһе булып үтте.
Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, педагогик эшмәкәрлеге менән киң танылған шәхес. Уны талантлы уҡытыусы, ғалим-методист, бик күп китап, дәреслектәр авторы, оҫта етәксе тип беләләр. Фиҙакәр хеҙмәте “Почет Билдәһе” ордены, К. Д. Ушинский, Н. К. Крупская, В. А. Сухомлинский миҙалдары, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемдәр, бихисап грамота менән баһаланған. Иң тәүҙә Бикбау мәктәбендә уҡыған , уҡытҡан уҡытыусылар иҫкә төшөрөлдө. Мәрхүм булғандарының рухына Т.Ә. Исламов аят бағышланы. Унан һуң кисәлә ҡатнашыусылар Р.В.Әлмөхәмәтов менән бәйле иҫтәлектәр менән бүлеште, уның төрлө йылдағы юбилей кисәһенән видеояҙмалар ҡаралды. Уның иҫтәлегенә хәтер аллеяһына ҡарағайҙар ултыртылды.
Ейәнсура районының Кесе Һүрәм йылғаһы буйындағы хозур тәбиғәтле,  саф һауалы Бикбау ауылында донъяға килә ул. Тик был матурлыҡты бар сағыулығында күреп, бала саҡ шатлығын тулыһынса татып үҫергә яҙмай – дүрт йәшендә генә үҙенән өс йәшкә өлкәнерәк апаһы Фәрхәнә менән әсәйһеҙ ҡалалар. Үгәй әсәй менән үҫәләр.
Һуғыш башланғас, атайҙары яуға китә, әммә 1942 йылдың мартында, яраланып, кире әйләнеп ҡайта.
Бикбау район үҙәгенән 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, эргә-тирәһендәге биш-алты ауыл өсөн үҙәк тип иҫәпләнә. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында унда 80 — 90 өй, ете йыллыҡ мәктәп, колхоз идараһы була. Рәшит 1-се класҡа Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда бара. Һуғыш тамамланғанда 5-се класс уҡыусыһы була.
1946 йылда Мораҡта педагогия училищеһы асыла, Фәрхәнә апай ундағы тәүге студенттар иҫәбен тулыландыра. 1948 йылда Рәшит ағай ҙа туғаны артынан уҡырға инә. Училищела үткәргән дүрт йыл бәләкәй малайҙың яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә була.
Рәшит Әлмөхәмәтов 1952 йылда Мораҡ педагогия училищеһын уңышлы тамамлай. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән студенттарҙы бер айға уҡытыусылар әҙерләү курсына ебәрәләр: Рәшит Әлмөхәмәтов Бәләбәйҙә белемен камиллаштыра. Рәшит Вәлиәхмәт улы Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Байғужа мәктәбенә ебәреүҙәрен һорай, сөнки Фәрхәнә апаһы унда математиканан уҡытҡан була. Әммә мәктәптә эшләй генә башлаған егетте Көҙән ауылына урыҫ теле уҡытыусыһы кәрәк тип саҡыртып алалар. Йәш белгесте V — VII кластарға тәғәйенләйҙәр. Комсомол ойошмаһы секретары итеп тә һайлап ҡуялар. Ике йыл рәттән ауыл кешеләренә сәйәси дәрестәр бирә ул. Йәштәр кис һайын “Ҡыҙыл мөйөш”тә йыйылып гәзит-журнал уҡый, донъя яңылыҡтары менән даими танышып бара. Мәктәп уҡытыусылары үҙешмәкәр түңәрәк тә ойоштороп ебәрә, ауылдан ауылға йөрөп концерт ҡуялар. Клубта көн дә ниндәйҙер сара ойошторола, унда өлкән йәштәгеләрҙән алып танауына еҫ инә башлаған үҫмерҙәргә тиклем барыһы ла ихлас күңел аса. Тәүге отпуск аҡсаһына велосипед һатып алып, Көҙәндән тыуған ауылына елдәй елдереп ҡайтҡан Рәшит Әлмөхәмәтов. Яҡын ара түгел бит — туранан 200 саҡрым!
Көҙәндә икенсе йыл эшләп йөрөгәндә Рәшит Вәлиәхмәт улы “Стәрлетамаҡтағы ике йыллыҡ уҡытыусылар институты педагогия институты тип үҙгәртелде, студенттар ҡабул ителә” тигән иғлан күреп ҡала. Каникул ваҡытында ҡалаға бара һалып, уҡырға инеү шарттары менән танышып ҡайта.
Стәрлетамаҡ педагогия институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырып уҡырға инә. Институт ике ҡатлы йортта урынлашҡан була. Унда әҙәбиәт һәм физика-математика факультеттары эшләй. Студенттарҙың яртыһы — егеттәр. Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Институттың директоры, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк комиссары булып хеҙмәт иткән яугир Сәғит Рәхмәт улы Әлибаев ныҡ ғәҙел кеше була, ауыл егеттәрен айырыуса ҡурсалай.

1957 йылда өйләнә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡатыны менән бергә ике эш урыны булған мәктәп эҙләйҙәр. Рәшит Әлмөхәмәтовҡа Күгәрсен районындағы Йомағужа мәктәбе директоры булырға тәҡдим яһайҙар. Биш бинаһы булған ҙур мәктәптә ситтән йөрөп уҡыусылар ҙа, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә була. Яңы директор белем усағына ремонт яһатыуға өлгәшә, интернат төҙөтә, биләмә тирәләй ағас ултырттыра. Ҡырҡ гектар ер биргәс, өлкән класс уҡыусыларынан етештереү бригадалары төҙөп, шунда иген, мал аҙығы үҫтерә башлайҙар. Балаларҙы ауыл хужалығы техникаһына өйрәтеү өсөн ремонт оҫтаханаһы асалар, шоферға һәм тракторсыға уҡытыу менән шөғөлләнәләр. Уҡыусыларҙы спортҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бирә Рәшит Вәлиәхмәт улы. Директор булып эшләй башлаған саҡта уҡ Мәләүезгә барып, штанга, шахмат һатып алып ҡайта, балаларҙы спорттың был төрҙәре бик ныҡ йәлеп итә. Биләмәлә күнекмәләр майҙансығы төҙөлә. Хәстәрлек бушҡа китмәй — Йомағужа мәктәбе уҡыусылары төбәктәге спорт ярыштарында һәр саҡ тәүгеләр рәтендә була.
Рәшит Вәлиәхмәт улы үҙе лә шахматты бик оҫта уйнай. Институтта белем алған сағында турнирҙарҙа ла йыш ҡатнашҡан. Саңғы буйынса II разрядҡа эйә. Шулай уҡ заманында еңел атлетика, гимнастика менән шөғөлләнгән, волейбол ярыштарынан ҡалмаған.
1961 йылда Рәшит Әлмөхәмәтовты РСФСР Педагогия фәндәре академияһы милли мәктәптәр институтының Башҡортостандағы филиалына ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыралар. Бында 15 йыл эшләп, кесе ғилми хеҙмәткәр, мөдир була, ошо арала кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, Өлгөлө хеҙмәте, шәхси сифаттары менән абруй ҡаҙанған ғалимды 1976 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына (2012 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән берләште) ректор итеп тәғәйенләйҙәр.
Әлмөхәмәтов тәүҙә Стәрлетамаҡта, һуңынан Өфөлә яңы институт бинаһы төҙөү мәсьәләһен күтәрә. Аҡса табыуы ауыр, юҡ менән булаһың, тип кире өгөтләйҙәр. Тиҫтәләрсә тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә. Ниһайәт, аҡсаһын да, уңайлы проектын да табалар. 1985 йылда 1300 урынға иҫәпләнгән һоҡланғыс уҡыу корпусы сафҡа инә, 380 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, уҡытыусылар өсөн 35 фатирлы йорт, спорт лагеры, санаторий-профилакторий төҙөлә. Институтта башланғыс кластар, дөйөм техник дисциплиналар һәм хеҙмәт, тарих-педагогика факультеттары асыла, “Милли мәктәптәрҙә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Математика һәм информатика уҡытыусыһы” һөнәрҙәре буйынса ла белем бирә башлайҙар. Йыл да 15-20 йәш белгесте Рәсәйҙең төп уҡыу йорттары аспирантураларына ебәреү мөмкинлеген алалар. Уҡытыусыларға кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау, монографиялар, дәреслектәр яҙыу, уҡыу-методика ҡулланмалары, фәнни йыйынтыҡтар сығарыу мөмкинлеге тыуа, студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эше яйға һалына.
Әйткәндәй, Рәшит Вәлиәхмәт улының ошо уҡыу йортондағы байтаҡ студенты хәҙер — фиҙакәр хеҙмәт менән ҙур уңышҡа өлгәшкән, республикала, илдә ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр. Ғалим улар менән ғорурланыуын йәшермәй. Шул ваҡыттарҙағы студенттар Рәшит Вәлиәхмәт улын әле лә һағынып һөйләйҙәр. “Әлмөхәмәтов институтта эшләгән йылдар иң емешлеһе булды. Ул Стәрлетамаҡҡа институт бүләк итеп ҡалдырҙы”, — тигән һүҙҙәр уның оло хеҙмәтенә хаҡлы баһа булып яңғырай.

Айһылыу Илтенбаева, Бикбау ауылы китапханасыһы.