logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!”

Әбделғужин Ғимаҙислам Шәмсислам улы 1924 йылдың 12 ғинуарында Башҡортостандың Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әбделғужин Шәмсислам Фәтҡулла улы заманы өсөн алдынғы фекерле кеше була: колхоздар ойоштороуҙа, комсомол ойошмаһы төҙөүҙә ярҙам итә. Ғимаҙислам бик йәшләй етем ҡала, тәүҙә әсәһе Шәмсиҡәмәр, ә 1936 йылда атаһы үлә. Тормош ауырланғас, ул бишенсе синыфта уҡыуын ташлай һәм үгәй әсәһенә туғандарын үҫтерергә ярҙам итә башлай. Колхозда тырмала йөрөй, тимерлектә тимерсе ярҙамсыһы булып эшләй. Илебеҙ халҡына ауыр һынау булып, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда инде ул оҫта ҡуллы тимерсе, уңған колхозсы була.
1942 йылдың 14 авгусында ул хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Алкино хәрби лагерендә бер ай хәрби эшкә өйрәнгәс, 5 сентябрҙә 132–се уҡсылар батальонында хәрби ант бирә. 1942 йылдың 20 сентябренән октябргә тиклем Колдубановкала уҡсыларҙың уҡыу батальонында артиллерия эшенә өйрәнә .Ошонан һуң 1943 йылдың 1 ғинуарына тиклем Туймазы ҡалаһында 419 кавполкта махсус әҙерлек үтә. Әҙерлек бөткәс, уларҙы 370-се артиллерия полкы составында Сорочинск ҡалаһына күсерәләр. Был полк 132 айырым истребительный бригада составында 1943 йылдың 1 февралендә эшелондарға тейәлеп фронтҡа китә. Ошо частә 1943 йылдың майына тиклем һуғыша. Фронтта Коммунистар партияһы сафына инә.
159 уҡсылар дивизияһының 597– се артиллерия полкында Ельня, Смоленск (30.09.1943) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Артполк Днепрҙы форсировать итә. Витебск ҡалаһын азат итеүҙәге күмәк ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн уларҙың часенә Витебский тигән почетлы исем бирелә.
1944 йылдың 23 октябрендә ҡаты һуғыштар ваҡытында яралана. Пуля уның ҡабырғаһын тишеп үтә. 1944 йылдың 27 ноябренә тиклем госпиталдә ята. Һуңынан ул III Белоруссия фронты составында Вильнюс ҡалаһын азат итеүҙә, Кенигсберг крепостен штурмлауҙа ҡатнаша. Көнсығыш Пруссияға ингәс, тағы яралана. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршы ала. Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн “За взятие Кенигсберга”, “За победу над Германией” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Гвардия өлкән сержанты Әбделғужин Башкомандующий маршал Сталиндың 4 Рәхмәт хатына лайыҡ була.
1947 йылдың 8 апрелендә демобилизациялана. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлөш бригадире, ауыл советы рәйесе, сельпо рәйесе булып эшләй. Өйләнеп, ҡатыны Алтынбикә Ибраһим ҡыҙы менән 7 бала тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. 20 ейән- ейәнсәргә ҡартай, тиҫтәнән ашыу бүлә-бүләсәргә ҡарт ҡартай булып, 2006 йылда 82 йәшендә вафат була.

Финиза Әбделгужина, Муйнаҡ ауылы китапханасыһы.