logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Беҙҙең ауылдаштарыбыҙ – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы кавалеристары”

                                                              “Башҡорттар китте һуғышҡа,

                                                               Оҙатып ҡалды күк Урал,

                                                               Ат уйнатып алдан бара

                                                               Шайморатов генерал!

Бикбау ауылынан 112-се Башҡорт атлы дивизияһында Ғайсин Әхмәтғәле Усман улы, Ғайсин Кәлимулла Ғимаҙислам улы, Байгильдин Атаулла Ғәтиәт улы ҡатнашҡан. Улар 1941 йылдың декабрь айында сатлама һыуыҡта берәр ат менеп, икенсе аттарын етәкләп Һарыҡташҡа, артабан поезд менән Өфөгә юлланалар. Был ваҡытта Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлә башлаған була. Улар Таһир Күсимов полкына эләгәләр. Ғайсин Кәлимулла Ғимаҙислам улы, Ғайсин Әхмәтғәли Усман улы һәр ваҡыт бергә булалар, разведкаға бергә йөрөйҙәр. 1942 йылдың 24 июлендә Кәлимулла Ғайсин һәләк була, ә Әхмәтғәле Усман улы ошо уҡ йылдың сентябрь айында ил азатлығы хаҡына яу ҡырында батырҙарса һәләк була. Икеһе лә Курск өлкәһендә ерләнә. Байгильдин Атаулла ағайға тыуған ауылына иҫән ҡайтып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә насип була.
Дивизия Сталинград фронтында танкылар, самолеттар менән ҡоралланған фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, тиҫтәләрсә ауыл-ҡалаларҙы азат итә.
Ошо аяуһыҙ алышта башын һалған һәр совет һалдатының, һәр ауылдашыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы алдында баш эйәбеҙ.

Айһылыу Илтенбаева, Бикбау ауылы китапханасыһы.