logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Иҫләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

Ефрейтор Хамитов Ишмырҙа Ғибәтулла улы 1910 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостан республикаһының Ейәнсура районы Буранғол ауылында тыуған. Бик иртә ата-әсәһенән етем ҡала. Үҙенең тырышлығы,отҡорлоғо менән алдынғы ҡарашлы кеше булып үҫешә. Илебеҙ халҡына ауыр һынау булып, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда инде ул уңған колхозсы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа алына. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә ( 50-ый восстановительный железнодорожный батальон). 1944 йылдан 1-се Украина фронты,1945-се йылдан 3-сө Украина фронты составында Румынияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.Еңеү көнөндә Берлиндан 40 саҡрым алыҫлыҡта була. Берлинда бер нисә сәғәт кенә торалар. 1945 йылдың авгусында япон самурайҙары менән һуғышыу өсөн Көнсығыш-Себер хәрби округына ебәрелә. 1946 йылда ғына демобилизациялана һәм тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һуғыштың башынан аҙағынаса (комендантское отделение) штаб,байраҡ һаҡлаған совет һалдаты һуғыштан һуң колхозда эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас 10 йыл лесник булып эшләй әле. Ҡатыны Мәрзиә менән 5 ул, 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. 39 ейән- ейәнсәргә ҡартай, тиҫтәнән ашыу бүлә-бүләсәргә ҡарт ҡартай булып, 1997 йылда 87 йәшендә вафат була.

Буранғол моделле китапханаһы китапханасыһы  Зөһрә Хамитова.