logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Сөләймәновтар ғаиләһенән алты яугир”

Беҙҙең ҡартатай Сөләймәнов Мөхтәбәр Сөләймән улы дини белемде Бохарала ала. Йәй көнө байҙарҙың көтөүен көтөп уҡыған өсөн түләргә аҡса эшләй, байҙарҙың балаларын да уҡыта. Урал йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә уның эшкә егәрле, уҡымышлы булыуы бай хужаға оҡшай һәм Мөхтәбәргә өс ҡыҙының береһенә өйләнергә тәҡдим итә. Ҡартай уртансы ҡыҙы Хәсбиямалды һайлай. Оҙаҡламай уларҙың Ғәйшә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ул Үзбәкстанға сығып китеп йәшәй, аҙаҡ Һырдаръя ҡалаһында бер уйғурға кейәүгә сыға, Әнүәр исемле бер генә улдары була. (1938 й)
Беҙҙең атай 1910 йылда Үтәғол ауылында тыуған тип яҙылған. Үҙенең һөйләүе буйынса ул 1909 йылғы. 1904 йылдан Сөләймәнов Мөхтәбәр Сөләймән улы Ергәйеш ауылында указлы мулла итеп тәғәйенләнә. 1918 йылда ул әле Ергәйештә йәшәгән. Уның бик шәп айғыры була. Шуны ҡыҙылдар тартып ала, ә үҙен иҫтән яҙғансы туҡмайҙар. Абруйлы мулла булганы өсөн ауыл халҡы уны аттармай, тере ҡала. 1920 йылда йылдан Ағурҙа ауылына күсә, указной мулла итеп күсерәләр. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытын шунда үткәрәләр.
1917-18 йылдарҙа йоғошло ауырыу көсәйә. Был ҡартатайҙың семьяһы Ергәйештә йәшәгәндә була. Ул бер йәй ғаиләһен алып урманда йәшәй, үләндәр менән дауаланалар. Шулай итеп балаларын һаҡлап алып ҡала.
1921 йылда Ағурҙала ҡырҙан күсеп килгән бер нисә ғаилә мишәрҙәр ҙә йәшәйҙәр. Улар йылға йырып, арыҡ яһап картуф үҫтерәләр. Ҡартатай ҙа улар менән бергә үҫтерә. Шул картуф менән балалар тере ҡала. Һуңынан мишәрҙәр күсеп китәләр. Ҡартатай аҡыллы кеше була. Ул аслыҡ башланғас та бөтә малын һуйып киптереп, йәшереп ҡуя. Шулай аслыҡты үткәрәләр. 1922 йылда ул указлы мулла итеп Иҙәш Бикбирҙеһенә күсерелә (ул ваҡытта Иҙәш ауылы документтарҙа шулай яҙыла).
Мөхтәбәр ҡартай мулла булһа ла бик егәрле кеше булған. Баҡса үҫтерергә яратҡан. Ауылда беренсе алмағасты Сабатар баҙарынан һатып алып ул үҫтерә.
Һуғышҡа әтейҙең ғаиләһенән 6 кеше эләгә. Сөләймәнов Хәбибулла Үзбәкстандан алына. Ул яраланып, насарайып Сырдарьялағы апаһына ҡайта. Унда уйғур еҙнәһе уны үләндәр менән йыл буйына дауалай. Ошо осорҙа ул немец пленный һалдаттарын конвоирләп йөрөй. Һауыҡҡас тағы фронтҡа алына, унан хәбәрһеҙ юғала.
Сөләймәнов Нурулла тәүҙә армияла була, ҡайтып өлгөрмәй һуғышҡа алынып ҡамауға эләгә. Оҙаҡламай партизандар отрядына ҡушыла. Ул матур тауышлы йырсы булғанлыҡтан запевало итеп йөрөтәләр. Партизандар менән йөрөгәндә ул боронғо рус йырҙарын өйрәнә. Һуғыштан ҡайтҡанда Яшка хуторында уны ҡунаҡ итәләр, ҡайтармай бер нисә көн тоталар , өйҙән-өйгә йөрөтөп һыйлайҙар һәм йырлаталар. Әтей (Хәлиулла) ишетеп ҡалып, ат егеп барып алып ҡайта.
Сөләймәнов Һәҙиәт ағай һуғышҡа тиклем колхозда эшләй. Ул үткер телле шағир кеше була. Иптәштәренә яуапты һәр ваҡыт шиғри юлдар менән яуаплаған (Бабич кеүегерәк). Уның ҡайһы бер шиғырҙарын ауыл кешеләре иҫләй торғайнылар. Шиғырҙарын һуғышҡа тиклем газетала ла баҫтырғандар. Һуғышта политрук була. Воронеж янындағы ауылда ерләнгән.
Сөләймәнов Зәки Алыҫ Көнсығыштағы һуғыштарҙа була. Корея ярымутрауын япондарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан ныҡ ауырып, насарайып ҡайта. Ярты йыл самаһы Хәсбиямал ҡәрсәй менән беҙҙең әней (Миңзифа Әхтәтғәзиз ҡыҙы) үләндәр, бурһыҡ майы менән дауалайҙар. Һауыҡҡас әнейҙең туғаны Әхнәф Кадырбаев менән колхозға полуторка машина ҡыуып алып ҡайталар. Унда икәүләп эшләйҙәр. Өйләнеп Урта Азия яҡтарында йәшәп алалар. Кире ауылға ҡайтҡас колхозда механизатор булып, алдынғы кукуруз үҫтереүсеһе булып эшләй.
Атайҙың ғаиләһендә (Сөләймәновтарҙа) һуғышҡа тиклем ике туған һеңлеһе (1919г.р.) Ураева Мәхмүзә Сабировна йәшәне (3 йыл). Ул медсестра курсында уҡып Ҡыуандыҡ ҡалаһынан үҙе теләп фронтҡа китә. Үткер телле, бик боевой ҡатын ине. Һуғышта батырлыҡ өсөн миҙалы менән һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Бик күп яралы һалдат һәм офицерҙарҙы һуғыш яланынан алып сыға Һуғыштан һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Зианчура ауылында,Һаҡмар совхозында больницала эшләй. Эштә уны “фронтовичка” тип йөрөтәләр ине. Ҡыуандыҡ ҡалаһында ерләнгән.
 Беҙҙең атай Хәллә (Сөләймәнов Хәлиулла Мөхтәбәр улы) 16 йәшенән ҙур ғаиләне ҡарай. Уның һөйләүе буйынса Иҙәш урмандарында күмер яҡҡандар һәм уны аттарға тейәп Ырымбур баҙарына илтеп һатҡандар. Йүкә ағасының ҡабығын ҡуптарып ағасын алғандар, ваҡ ҡайын ҡыуалдарын ҡырҡып тирмә эшләү өсөн ҡаҙаҡтарға һатҡандар. 1932 йылда трактористар курсында уҡып тракторист булып эшләй. Американан килтерелгән “Форзон” тракторында ул Буранғолов Әхмәтғәли менән Аҡбулат ерҙәрендә сиҙәм аҡтара. Ул саҡта беҙҙең ауыл иҫке Зианчура районына ҡарай, район үҙәге 25 км була беҙгә. Һуғышҡа тиклем ул Абзан МТС-ы ҡарамағында механизатор булып эшләй. Һуғыш башланғас бронь менән ҡалдырыла.
Сөләймәнов Хәлиулла (Хәллә) һуғышҡа Сталинград фронтының Бекетовка районында инә. Ул ҙур гаубацаларҙы трактор менән һөйрәтеп йөрөй. Улар емерелеп бөткәс связгә йөрөй, телефон сымдарын һуҙып , бәйләйнеш булдыралар. “Связистар бик йыш һәләк булдылар, сөнки снаряд шартлап торғанда ла сымдарҙы ялғарға кәрәк ине”,- тип һөйләр ине атай. Сталинградтан һуң ул Курск һуғыштарында ҡатнаша. Артабан ул артелерия бригадаһының разведка бүлегендә була.
Немецтарҙың көслө крепосы Данцикты штурмлағандағы батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Һуғышты атай Берлиндың зоопарк районында тамамлай. Һуғыштан ҡайтҡанда уның 4 миҙалы бар ине.
                                                                                              Сөләймәнов Таһир. Иҙәш ауылы.