logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Хәтер”

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 78 йыл…Һуғыш ветерандары  сафы һирәгәйә, үткәндәр тик тарих биттәрендә генә ҡала…Әммә ләкин Еңеү көнө илебеҙҙә онотолмаҫ  төп байрамдарҙың береһе булып  тора.

Яугир ҡайнымдың, Әһлиулла Ғиззәтулла улы Исхаҡовтың, бай тарихлы,яҡшы һаҡланған материалдарына, автобиографияһына таянып, уның тураһында яҙырға баҙнат иттем.

Әһлиулла Ғиззәтулла улы Исхаҡов 1912 йылдың 18 сентябрендә Ейәнсура районының Бикбау ауыл Советына ҡараған Аҡҡужа ауылында(хәҙерге көндә Бикбау ауылы тип йөрөтөлә) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.Уның ата-әсәһе Октябрь революцияһына тиклем һәм унан һуң да иген үҫтереп көн күргәндәр. 1932 йылда Бикбау башланғыс мәктәбен бөтөрҙөм, тип яҙа үҙенең автобиографияһында Әһлиулла Ғиззәтулла улы. Уға үҙ ғүмерендә ниндәй генә һөнәр эйәһе булып эшләргә тура килмәгән. 1933-1934 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводында балта оҫтаһы өйрәнсеге лә булып та эшләп ала. 1935-1938 йылдың 1 июленә тиклем Һүрәм МТС-ында ике йыл трактор йөрөтә, йыл ярым бригадир ярһамсыһы була. Ә инде 1938 йылдың 1 июленән 1941 йылдың 1 авгусына тиклем үҙенең тыуған ауылында Бикбау ауыл Советы  секретары булып эшләй.

Йылдар уҙыуынан һарғайған Әһлиулла Ғиззәтулла улы тарафынан яҙып ҡалдырылған автобиографиянан ошондай юлдарҙы уҡыйым: “1941 йылдың 1авгусынан 1944 йылдың 21 октябренә тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронтында булдым, ике тапҡыр йәрәхәтләндем.”

Был юлдарҙы уҡығандан  һуң Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Мин фронтка китәм, иптәштәр!”  шиғырынан бер өҙөк килтереп китһәм, урынлы булыр кеүек:

Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн –

Мин фронтҡа китәм иптәштәр!

    Эйе, фронт юлдары иҫ киткес һынауҙары, ғазаптары менән уның күңеленә һеңеп ҡалғандыр. Әһлиулла Ғиззәтулла улы ҡаты яралана. Һалдат бурыстарынан азат ителеүе танытмаһында бына шундай юлдарҙы уҡырға була: “Уң ҡабырға яғынан яраланған 26.03.1942, һул ҡулы яраланған 09.08.1944йыл. ” Әһлиулла Ғиззәтулла улы үҙенең тәнендә снаряд ярсығы йөрөткән яугир ул. Ҡәһәрле һуғыш  һалған яралар уны ҡалған ғүмере буйы оҙата барған.

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

Әрней минең иҫке бер яра.

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Тимер ярсыҡ – яра төбөндә

Тимер ярсыҡ минең тәнемдә.

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа (Мостай Кәрим)

Һаулығын юғалтыу сәбәпле икенсе төркөм инвалид танытмаһы бирелгән. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп миҙалдар менән бүләкләнгән:

1947 йылда бирелгән миҙалы “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн.” Ошо уҡ йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыштың 20,25,30 йыллығына  ҡарата юбилей миҙалдары ла тапшырыла.

Тағы ла бер билдә 1979 йылда уның миҙалдар сафында урын ала: “ Волхов фронты ветераны –Ленинград алышында ҡатнашыусы 1941-1944 йылдар ”

Һуғыштан һуң да төрлө өлкәлә уңышлы эшләй Әһлиулла Ғиззәтулла улы.Һатыусы ла, һалым йыйыусы ла, оҙаҡ йылдар буйына почтальон да булып намыҫлы хеҙмәт итә һуғыш ветераны. Ул 1984 йылдың 8 апрелендә вафат булған.

Ошо миҙалдарың, яҙып ҡалдырған  автобиографияң – тарихи ҡомартҡыларың, һинең рухың алдында башымды эйәм, хөрмәтле Әһлиулла Ғиззәтулла улы!

Айгөл Исхаҡова, Трушин ауылы китапханасыһы.