logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Батыр олатайым яҙмышы”

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн, ил өсөн һәләк булған олатайым Заһиҙулла тураһында булыр һүҙем. Ул Өмбәт ауылының Һыртъяҡ урамында Дәүләтша менән Ғәйникамал ғаиләһендә донъяға килә. Шаян, теремек малай була ул. Тағы ла уның туғандары – Ғәйзулла, Ғизиназ, Мостафа, Мәсҡүҙә була. Һуғыш алға ҡуйған бөтә пландарҙы, хыялдарҙы селпәрәмә килтерә. 1906 йылда тыуған оло улдары Ғәйзулла (минең ҡартатайым) 1943 йылда һуғышҡа алынып, яу яланында ятып ҡала. “Хәтер китабы”нда уның тураһында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу ғына бар. Ҡатыны Мәймүнә өс балаһы менән тороп ҡала.
Икенсе улдары Мостафа (1914 йылғы) 4 класс белемле була. Колхозда йәштән үк бригадир булып эшләй башлай. Һуғышҡа тиклем район Советына депутат итеп һайланып, дүрт йыл шул бурысты аҡтара. Уның бәләкәйҙән бер күҙе күрмәй, шул сәбәпле, һуғышҡа алынмай. 1945–1950 йылдарҙа Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда рәйес булып, хеҙмәт юлын дауам итә. 1951–1953 йылдарҙа “Октябрь” колхозы рәйесе була. Ҡатыны Сабира менән ете бала тәрбиәләйҙәр.
Ҡыҙҙары Ғизиназ Уразаҡов Мөхәмәтуллаға кейәүгә сығып, Әмир исемле улға ғүмер бирәләр. Үкенескә күрә, аяғына быҙау баҫып, Ғилминаз йәшләй генә вафат булған. Ире Мөхәмәтулла 1944 йылдың 5 майында Днепропетровск өлкәһендә һәләк була.
Мәсҡүҙәләре һуғыш ваҡытында колхозда тырышып эшләй. Һуғыштан һуң Урта Муйнаҡ ауылына фронтовик-уҡытыусы Сафа Яҡшыбаевҡа кейәүгә сыға, биш балаға ғүмер бирәләр.
Заһиҙулла – Дәүләтша Сырлыбаевтың өсөнсө улы. Ул илдә ҡатмарлы сәйәси хәл-ваҡиғалар барған ваҡытта – 1918 йылда тыуған. Спорт менән шөғөлләнгән, бик матур итеп йырлаған да, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡарған. Һуғышҡа алынғас, партизандар отрядында фашистарға ҡаршы көрәшкәне билдәле. 1943 йылда “партизан отрядында үлде” тигән хат ҡына килә. 1970 йылда Белоруссияның ҡыҙыл эҙәрмәндәре Воложинда батырҙың ҡәберен табып, тәүҙә Өфөгә хат ебәрәләр, унан инде Заһиҙулла Сырлыбаевтың тыуған районына яҙалар, туғандарын табалар. Уларҙың хаты һаҡланмаған, шулай ҙа ундағы юлдарҙы бик яҡшы хәтерләйҙәр: “Погиб в неравном бою как герой”. Заһиҙулла олатайҙың ағаһы Мостафа Сырлыбаевты Белоруссияға ҡунаҡҡа ла саҡыралар, ләкин, ул ауырыу сәбәпле, унда бара алмай. Шулай ҙа ул улар менән хат алыша, ҡустыһы тураһында мәғлүмәттәр ебәрә.

Гөлфирә Хәмиҙуллина, Өмбәт ауылы китапханасыһы.