logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Кавалерист-Зәкәриә Сәлим улы Ваһапов”

Фашизм…  1941 йыл…

Халҡыбыҙға, илебеҙгә күпме ҡайғы,ауырлыҡтар, етемлек, емереклектәр алып килде. Германия һөжүм итмәү пактын мәкерле боҙоп Советтар Союзы ҡалаларын утҡа тотто, ауылдарҙы юҡ итте, кешеләрҙе фәхшиҙәрсә ҡырҙы, һәләк итте, ҡоллоҡҡа ҡыуаланы.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.

1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған. Дөрөҫөн әйткәндә,яҡташтарымдың күбеһе ошо Бөйөк Еңеү көнөн еткереүгә ғәзиз башын һалған. Байыш ауылы биләмәһенән 112-се атлы дивизияһы составында һуғышҡан яугирҙар.
Марҡабаев  Муллағәле Саҙрый улы
Ғөбәйҙуллин Солтан Шәкир улы
Ибраһимов Ғариф Рәхмәтулла улы
Иҫәргәпов Минһаж Ғәләүетдин улы
ҒөбәйҙуллинШәғәли Шәкир улы
Ваһапов Зәкәриә Сәлим улы
Рәхимғолов Арыҫлан Йәнсура улы
Мөхәмәтйәнов Хажиғәле Ғайса улы
Иҙелбаев Сибәғәт Һиҙиәт улы
Тләүбаев Миңнеғәзиз Ҡәһәрмән улы

Һүҙем 112-се Башҡорт атлы кавалерияһында һуғышҡан ҡартатайым Вагапов Зәкәриә Сәлим улы тураһында булыр.

Ваһапов Зәкәриә Сәлим улы 1901 йылда Байыш ауылында тыуған.

Йәшлеге ауыр 1 империалистик, граждандар һуғышына тура килә.1918 йылдың йәйендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына  яҙылып һуғышҡа китә, граждандар һуғышында ҡатнаша.

Һуғыштан һуң тәү ойошторолған “Ҡыҙыл Ҡаҫмарт” артеле, һуңынан “Чкалов” колхозы ағзаһы. Өйләнгән, ҡатыны Элмәле ауылы ҡыҙы Дәүләтшина Хәйепъямал. Балалары: Зөлхизә 1925 йылғы, Гәүһәр-1928, Миңзада-1932, Банат-1935 йылғы. Хәҙер бөтәһе лә мәрхүмдәр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә 112-се башҡорт дивизияһына хеҙмәткә алына. Ҡартатайымдың яҙған хатындағы шиғыр юлдарын әсәйем мәрхүмә үлгәнсе, яттан һөйләп йөрөр ине, илап та ала торған ине.

Дон һыуынан сыҡҡан саҡта

Һалып сыҡтыҡ йәш киртә.

Балаларым-бәғерҙәрем

Һағындыра кис-иртә.

Алмаз менән киҫәләр

Алтын йөҙөк ҡаштарын.

Мин һағынғанды белмәйҙәр

Ҡарамайҙар күҙ йәшен.

Зәкәриә Ваһапов 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 101-се айырым артиллерия дивизионы составында һуғыша.  “Хәтер “ китабында 1943 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғалды тип яҙылған, ысынбарлыҡта тап килмәй, ул ваҡытта башҡорт дивизияһы резервта була, хәрби хәрәкәттәр алып бармай. Шуға күрә  гвардия рядовойы Ваһапов Зәкәриә Сәлим улы  Донбасс рейдында һәләк булыуы ысынбарлыҡҡа тап килә.

Бер туған ҡустылары Ишмөхәмәт Ваһапов 13 март 1943 йыл Ленинград ҡалаһын обороналағанда һәләк була, Поддорск районы Веревкено ауылында ерләнә.  Рауил Ваһапов 3 гвардия атлы дивизия кавалерисы, 2 февралдең 1945 йылында Германияның Ротцебурн ҡалаһы эргәһендәге Фледербурн ауылы янында батырҙарса һәләк була.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауылы китапханасыһы.