logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Һуғыш балалары – тарих яралары

3 май көнө Ейәнсура үҙәк китапханаһында Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының уҡыусылары өсөн “Һуғыш балалары – тарих яралары” исемле сара үтте.
Осрашыуға район үҙәге “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, әүҙем китап уҡыусыларыбыҙ саҡырылды.
Һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙәр генә түгел, ә тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бала-сағалар ҙа, өлкән йәштәге ҡарттар ҙа берҙәй тигеҙ күтәргән. Фронтты ҡорал, яғыулыҡ, кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтар менән тәьмин итеүсе булмаһа, рухтарын, күңелдәрен күтәреп, еңеүгә дәртләндергән, мөхәббәт тулы, хис- тойғоло хаттар яҙылмаһа, халҡыбыҙ был ҡот осҡос һуғышта Еңеү яулар инеме?
Бала саҡтары аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балалары, ошо матур, тыныс тормошто бүләк итеүсе ветерандарыбыҙ һынаулы ғына ҡалып бара. Улар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡарт ҡартай, ҡарт өләсәй – ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар.Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй. Кисәне алып барыусы китапханасының инеш телмәренән һуң, һүҙ Ағинәйҙәргә бирелде. Инәйҙәребеҙ һәр ҡайһыһы үҙҙәре менән таныштырып, һуғыштан һуң үткән бала саҡтары, фронтта булған атайҙары, ағайҙары тураһында һөйләнеләр. Инде хәҙер оло йәштә булған ағинәйҙәр ауыр һуғыш йылдарын иҫкә алдылар, үҙҙәренең күңел төбөндәге мәңге онотолмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Балаларға “ошондай матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тырышып уҡығыҙ”- тигән теләктәрен белдерҙеләр. Уҡыусылар үҙ сиратында ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, байрам менән ҡотланылар. Шулай уҡ кисәгә Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙы Күсәкова саҡырылғайны. Ул яттан Рәми Ғариповтың “Яндырылған хаттар” поэмаһын һөйләп ишеттерҙе.
Һуғыш осоронда күргән ауырлыҡтары тураһында хәтерләгәндә, ветерандарыбыҙҙың күңелдәре тулып, күҙҙәренә йәш тулып, тауыштары ҡалтырап китеүе генә уларҙың ниндәй михнәттәр аша үтеүҙәрен аңларға була. Шуға ла тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, уларҙы ололайыҡ, хөрмәт итәйек!