12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Иҫләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!»

Бөйөк Еңеүгә минең ғаиләм үҙ өлөшөн индергән. Минең әсәйемдең атаһы Ишмөхәмәтов Абдулхаҡ Дәүләтшә улы Ейәнсура районы Әлебай ауылында тыуған. 1942 йыдың 5 ғинуарында 80-се тимер юл төҙөү батальонына алына. Һалдаттарҙың алдынан йөрөп Дон, Днепр кеүек ҙур йылғалар аша күпер һалалар. 1942 йылда Воронеж фронтында, 1943 йылда Украина фронтында батырҙарса һуғыша. Ҡартайыма Украинанан Сталинградҡа тиклем көнөнә 80-90 самаһы саҡрым үтеп немецтәрҙың ҡамауынан тере сығырға насип була. Һуңынан Сталингратты фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Польшаның баш ҡалаһы Ригала ҡаршы ала. Тыуған иленә 1946 йылдың 5 ғинуарында ғына әйләнеп ҡайта, сөнки еңеү менән генә эш бөтмәй. Улар кире юлда һуғыш булған баҫыуҙарҙы миноларҙан таҙартып, һөрөп, сәсеп ҡайталар. Хәрби наградалары — «Сталинградты азат иткән өсөн» миҙалы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары. Ҡайтҡас өләсәйем, тыл ветераны Ишмөхәмәтова Ғәбиҙә Сабит ҡыҙы менән алты баланы тәрбиәләп үҫтерәләр. Тыныс тормошта ла ҡартатайым бик етеҙ була. 70 йәшенә тиклем колхозда эшләй. » Алдынғы тимер юлы төҙөүсеһе», «Алдынғы колхозник» тип таныла. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Миңлегөл Хәсәева, Әлебай ауылы китапхансыһы.