logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Кәкүк сәйе”

22 май Буранғол моделле китапханаһы «Йәйғор» балалар баҡсаһы менән берлектә “Кәкүк сәйе” байрамы үткәрҙе.
“Кәкүк сәйе” – йола байрамдарының береһе. Ул башҡорттар араһында киң таралған байрам.
Ауыл янында ғына Һаҙ шишмәһе бар.Ошо матур урында,шишмә янында үтте кәкүк сәйе.
Ҡоштар һайраша,кәкүк саҡыра…
«Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле ҡатнашыусылары байрамды матур йыр менән башланы . «Кәкүк сәйенең» тарихы менән танышып,кәкүк саҡырыуын тыңлап,һәр бала кәкүктән үҙенә нисә йәш икәнен һоранылар.
Кәкүк ябай ғына ҡош түгел,ул кешелеккә бик күп яҡшылыҡтар эшләй,йөнтәҫ ҡарышлауыҡтарҙы сүпләй.Яланда һәм ҡырҙа кәкүк саҡырһа бик күңелле,ауылда кәкүк саҡырмаһын өсөн йола буйынса ағас төбөнә ҡошҡа һөт,ҡатыҡ ҡойорға кәрәк.
Ҡоштарға арналған мәҡәлдәр әйтеп,йомаҡтар сисеүҙә бик әүҙем булдылар.
Балалар «Әүкәйҙәр» фольклор ансамбле ойошторған уйындарҙа ихлас ҡатнашты,
Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итте.Шул уҡ ваҡытта «көршәк ватып»,ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярыштылар.
Малайҙар яратҡан туп уйындарын уйнап, Түмәләскә ярыша-ярыша менеп төштөләр.
Байрамдың төп өлөшө, әлбиттә, сәй эсеү. Сәй өсөн тәмлекәстәр : бәлештәр, ҡоймаҡ, тәмле печеньеләр,емеш-еләктәр менән һыйландылар.Күстәнәстәрҙең ниндәйҙер өлөшө кәкүкте һыйлауға китте. Балалар ҡошҡа һөт, ҡатыҡ ҡойоп, ағас төбөнә йомортҡалар ҡалдырҙы.