logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китап менән дуҫлыҡтары көслө.

Китапхананың тоғро дуҫтары булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе ул – Миңлегөл апай Хужәхмәтова. Колхозда бухгалтер булып эшләп, хәҙер күптән инде хаҡлы ялда ул. Боронғонан ҡалған шөғөл-шәл бәйләүҙән тыш китап уҡырға ла ярата ул Миңлегөл апай, китапхананан тыш “Өфөлә йәшәүсе ҡыҙым Әлфирә лә йыш ҡына китап алып ҡайтып бирә “,-ти ул. Яңыраҡ шул китаптарҙың икеһен китапханаға ла бүләк итте әле,Миңлегөл апай. Ике ҡыҙына матур тәрбиә, юғары белем биргән ул.Ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре уңыштары менән ҡыуандырып торалар үҙен. Абзан мәктәбендә рус теленән белем биргән Гөлфирә апай ҙа көслө уҡытыусынан һанала.Уҡыусылары ла,үҙе лә төрлө ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшәләр. Гөлфирә апайҙың ҡыҙы Нәйлә лә заманында китапхананың әүҙем уҡыусыһы ине.Башҡорт, татар прозаларын яратып уҡый Миңлегөл апай, тормош иптәше лә русса детектив, һуғыш тураһында  уҡый торған ине, хәҙер уҡыуын ташланы.”Шәл дә бәйләйем, китап та уҡыйым “,-ти Миңлегөл  апай. Артабан да уға һаулыҡ, китап менән дуҫлығын өҙмәүен теләйем.

Фотола Миңлегөл апай китапханаға бүләк иткән китаптары менән.