logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Китап – белем шишмәһе”

Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер.
Ризаитдин Фәхретдин

Китап уҡыуҙың яҡшы икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ғөмүмән, китап – белем шишмәһе, тибеҙ. Китап уҡырға яратҡан, үтә лә күп уҡыған кешеләр менән һөйләшкәндә лә уларҙың шәхси бәхеттәрен таба алмауҙарын, мөхәббәт өлкәһендә лә ҡәнәғәт булмауҙарын, ғөмүмән был донъяны ҡабул итә алмағандарын аңғараһың. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, китап уҡыу ул шул тиклем файҙалы ла һәм фәһемле лә. Мин үҙебеҙҙең китап уҡырға яратыусы ғаилә Мөхәмәт һәм Фәүриә Йылҡыбаевтар менән таныштырмаҡсымын.
Мөхәмәт ағай 13 йәштәрҙән башлап әҙәби китаптар уҡый башлай. “70-се йылдарҙа Сәғит ауыл китапханаһында Фәсхи олатай Йомалин эшләй ине. Бик күп китаптар алып уҡыным”,- тип иҫләй ул. Иң беренсе Х. Мөхтәрҙең “Дауыл алдынан”, Ғ.Хәйриҙең “Боролош” китаптарын уҡый. Яратҡан яҙыусым Н. Мусин, ти. З. Биишеваның трилогияһын һәм башҡа бик күп яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡыһа, Фәүриә апай бәләкәй саҡтан уҡ Иҙәш ауыл китапханаһының китаптарын уҡып бөтә яҙа. Уның яратҡан яҙыусылары З.Биишева һәм Г. Ғиззәтуллина. Элегерәк “Сельская новь” тигән журналды яратып уҡый инек, хәҙер “Йәшлек” гәзитен уҡыйбыҙ, тиҙәр. Фәүриә апай менән Мөхәмәт ағай 41 йыл бергә йәшәйҙәр, оҙаҡ йылдар совхозда эшләп, хаҡлы ялдалар. 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, иманлы ғаилә булып, матур ғүмер итәләр. Уларға артабан да һаулыҡ, бәхетле тигеҙ ғүмер теләргә ҡала.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауыл китапханаһы