logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Уңғандар биҙәй донъяны.

Беҙҙең китапхананың иң әүҙем китап уҡыусыһы Ләлә апай Түлегәнова тураһында ине һүҙем.

Бынан етмеш йыл элек октябрҙең матур бер көнөндә Бикбау ауылында Вәҙиғә һәм Мөхәмәт Итбаевтарҙың татыу ғаиләһендә бер ҡыҙ тыуа. Ата-әсәһе уға яратып Ләлә тип исем ҡуша.
Илебеҙҙең халҡы тыныс тормошта тырыш хеҙмәт менән илһамланып, яҡты киләсәккә ышанып йәшәһә лә, ауыр осор була әле. Ҡатмарлы ваҡытҡа ҡарамаҫтан, ҡыҙ наҙға, һөйөүгә сорналып үҫә. Бала саҡтан уҡ изгелек, миһырбанлыҡ, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ төшөнсәләренең кеше өсөн был тормошта иң мөһиме икәнлеген һеңдереп буй еткерә һәм әле булһа үҙенең ата-әсәһе нәсихәттәренә тоғро ҡала. Шуға ла уны яҙмышы матур ваҡиғалар, уңыштар менән бүләкләй.
Ләлә апайҙың ниндәй генә һәләте юҡ. Эштең ҡайһыһын ҡулына алһа ла, сынъяһау итеп башҡарып ҡуя. Төрлө һөнәр өлкәһендә лә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас үҙенең тыуған яғына ҡайтып уҡыта. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһына күсеп киләләр. Бында ул ҡала администрацияһында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙенең эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы, кешелекле һәм кеселеклелеге менән ихтирам ҡаҙана. Улы һәм ҡыҙы, ейәне, ейәнсәре өсөн иң яҡшы кәңәшсе, ярҙамсы ла ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас улар атай нигеҙенә ҡайтып йәшәй башлайҙар. Ләлә апайҙың тик ултырғанын күрмәҫһең. “Әхирәттәр” ансамблендә ҡатнашып, төрлө кимәлдәге сараларҙа йырлап-бейеп йөрөй, шиғырҙар яҙа. Баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Емеш-еләк, йәшелсәләре йыл һайын ишелеп уңа. Көҙгөһөн иһә йыйып алған йәшелсәләрҙән төрлө салаттар, емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар, компоттар эшләй.
Ләлә апайҙың күңеле һәр ваҡыт күтәренке булыуына бер кем дә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Был сифаты уның тормошто, эргә-тирәһендәге кешеләрҙе яратыуынандыр. Маҡсатҡа ынтылышлы булыуы уға һәр эшен уңышлы тамамларға булышлыҡ итә. Көслө ихтыярлы, изге күңелле Ләлә апайҙы яҡташтары шулай уҡ бешеренергә яратҡан оҫта хужабикә, ҡунаҡсыл булғаны өсөн хөрмәт итә.
Беҙ уға ошо бәхете, ҡото, ырыҫы, сәләмәтлеге бер ҡасан да ташламаһын, тип теләйбеҙ.
“Ағиҙел” журналының 100 йыллығына арналған шиғырын дә уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.

“Ағиҙел”гә бөгөн дан йырлайбыҙ,
“Ағиҙел”де бөгөн ҡотлайбыҙ.
Бер быуатлыҡ үткән данлы юлын
Ғорурланып тағы байҡайбыҙ.

Маһир яҙыусылар һәм шағирҙар
Етәкләне төрлө йылдарҙа.
“Ағиҙел” һин һаман алға барҙың,
Ауырлыҡтар еңеп юлдарҙа.

Сал Уралың, инеш – йылғаларың,
Сая халҡың, илдәр, ҡитғалар,
“Ағиҙел”ем, һиндә яҡтыртылды,
Барыһына һиндә урын бар.

Яңы әҫәрҙәрең беҙҙе ҡыуандырыр,
Өмөт бағлап һәр саҡ көтәбеҙ.
“Ағиҙел”гә гүзәл Ағиҙелдәй
Оҙон – оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ләлә Түлегәнова