logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китап- белем шишмәһе.

“Белем алаң тиһәң ни саҡлы?
Һөй, хөрмәт ит, ярат китапты”
Ғ.Туҡай

Кешенең белемле булырға ынтылыуы борон-борондан килә. Был бик тәбиғи, сөнки белемһеҙ кеше юҡ-барға ышанып йәшәгән. “Белемгә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ” кеүек мәҡәлдәр аша халыҡ үҙенең белемгә ынтылыуын әйткән.
Буранғол моделле китапханаһының да һыналған,китаптан айырылмаған дуҫтары күп. Илүзә Ишмырҙа ҡыҙы бала саҡтан яратып уҡый китаптарҙы.
— Мин бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Бер уҡый башлаһам, уны уҡып бөтөргәнсе айырыла алмай инем. Иҫемдә Зәйнәп Биишева,Мостай Кәрим,Ноғман Мусин әҫәрҙәрен тын да алмай уҡығаным. Буш ваҡытымда әле лә уҡыйым. Һуңғы ваҡытта китапхананан Зифа Кадированың китаптарын алып уҡыйым. «Бәхеткә юл ҡайҙан?», «Көтөп уҙған ғүмер», «Һинһеҙ килгән яҙҙар», «Яҙмыш һынауы»н яратып уҡыным,- ти Илүзә Ишмырҙа ҡыҙы.
Эйе Зифа Кадированың әҫәрҙәре ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланырға мәжбүр итә.Геройҙарҙың дауыллы-буранлы яҙмыштары,шатлыҡ-һөйөнөстәре,ялғыш-хаталары уҡыусыны үҙ ҡосағына ала.Улар менән көтөлмәгән ваҡиғалар солғанышында ҡайнайһың…
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып зшләү үҙе үк күп белергә,күп уҡырға этәрә.Балалар өсөн ижад ителгән башҡорт,рус,донъя халыҡ әкиәттәрен ҡысҡырып уҡыйҙар ,әкиәт геройҙарының һүрәттәренән тематик папкалар эшләйҙәр,театрлаштыралар.Быйыл Ҡадир Даяндың «Эт үҙенә нисек хужа тапты?» әкиәтен сәхнәләштереҙеләр .
Тағы ла сәскәләр ярата ул.Баҡсаһы тулы сәскә.Сәскә тураһында күп белә,күп уҡый.