logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Китап уҡыусы”

Уҡырға яратҡан кеше, ғүмере буйы уҡыуҙан туҡтамайҙыр. Китапханаға килгән яңы китаптарҙы иң беренселәрҙән булып алып уҡый. Шундай әүҙем китап уҡыусы йәшәй Сәғит ауылында. Ул- Фәүзәнә Бикбова. Китаптарҙы башҡорт, татар телдәрендә уҡырға яратһа, периодикаға ла шул тиклем ихлас. Һәр гәзит –журналдарҙы иғтибар менән уҡып бара, хатта ҡайһы берҙә һораһалар гәзиттең шул номерында булды бит, тип ҡуя. Ул китапхананың әүҙем китап уҡыусыһы булһа, Сәғит ауыл мәҙәниәт йортоноң “Көнбикә” фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы булды, бер сара ла унһыҙ үтмәне, матур йырлай. Фәүзәнә апайҙың донъяһы ла ялт итеп тора,баҡсаһында нимәләр генә үҫтермәй. Яҙҙан көҙгә тиклемүҫтергән сәскәләре күҙҙең яуын ала

Ҡышҡы кистәрҙә матур шәлдәр , ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, 5 намаҙын да уҡый, ураҙа тота.

Китапты ялҡау кеше уҡый тиһәләр ҙәҡайһы берәүҙәр. Бер ҙә улай түгел, егәрленең ҡулы ете тиҙәр. Мин Фәүзәнә апайҙы шундайҙар рәтенә керетер инем, бөтә ергә ләөлгөрә һәм китап уҡырға ла. Артабан да һаулыҡ теләп ҡалыр инем Фәүзәнә апайға һәм ғаиләһенә.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауыл китапханасыһы