logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Әүҙем китап уҡыусы”

Китап – ышаныслы дуҫ. Улар ғәҙәттә өнһөҙ, әммә кәрәк мәлдә һеҙҙең алда тотош донъяны асып һала.. Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя, Уның хаҡын белмәгәндәр уға суммай. Сумдың икән ул донъяға – мәңге туймай Йәшәрһең, ти, хистәрҙән һис айырылмай. (Ҡ. Аралбай) Китап – белем донъяһының Тылсымлы бер инеше, Ошо тылсымлы инештән Бөтә ғүмере буйына Ҡөҙрәт ала һәр кеше! Китап – рухи хазинабыҙ, Йәнгә ул дауа һымаҡ. Ҡәҙерен белгән кешегә Китап бит бик-бик кәрәк Икмәк, һыу, һауа һымаҡ! Шундай әүҙем китап уҡыусы йәшәй Самаҙы ауылында, ул- Лотфулла ағай Хәйбуллин. 1959 йылдың һыуыҡ февраль айында тыуған. Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Мораҡта тракторсыға уҡып сыға,байтаҡ йылдар “Дружба”колхозында тракторҙа,көҙ етһә уборка ваҡытында комбайнда урып-һуғыуҙа ҡатнаша. Тракторҙан малсылыҡҡа күсә,фермала һыйыр малдарын ҡарай,йәй етһә көтөү көтә.Бала саҡтан китап уҡырға ярата Лотфулла ағай. Хаҡлы ялда булһа ла китапхананан башҡорт,татар яҙыусыларының,детектив,фантастика китаптарын, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”журналдарын алып уҡый. Ғаиләлә ҡатыны менән ике ул үҫтерәләр,хәҙерге көндә ҡартай-өләсәй булып ейән-ейәнсәрҙәр ҡарашалар.

Самаҙы ауылы китапханасыһы Яҡшыбаева Розалия.