logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Бөтәһен дә белгем килә”

Өмбәт ауыл китапханаһына төрлө йәштәге китап уҡыусылар йөрөй. Иң бәләкәйенә 5 йәш булһа, иң өлкәненә 92 йәш. Һүҙем кескәй китап уҡыусыларҙың иң әүҙемдәренең береһе – Әбделғужин Эмиль тураһында. Урге Муйнаҡ мәктәбенең 2 синыфын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған Эмиль бик ҡыҙыҡһыныусан, бөтәһен дә белергә тырыша. Әкиәттәр, хикәйәләр генә түгел, төрлө белем тармаҡтары буйынса ла китаптарҙы бик теләп уҡый. “Бөтәһен дә белгем килә”, ти ул. Энциклопедияларҙан хайуандар, хәрби техникалар, төрлө илдәр тураһында бик ҡыҙыҡһынып ҡарай, өйрәнә. Һүрәт төшөрөргә лә ярата Эмиль. Уның төшөргән һүрәте Рәсәй көнөнә арналған “Я рисую мою Россию” район балалар конкурсында ҡатнашты. Эмилдең тағы бер үҙенсәлеге бар – һәр ваҡыт Рәсәй гимнын йырлай. Китапхананың яҡын дуҫы булған был илһөйәр, белермән, тынғыһыҙ малай башҡаларҙы ла китапханаға йәлеп итә белә. Ҡырҙан ауылға ҡунаҡҡа килгән дуҫ малайҙарын китапхана алып килә, төрлө китаптар алырға тәҡдим итә. Бергәләшеп финанс яҡтан белемде үҫтереүгә ҡоролған “Миллиардер” экономик уйынын уйнайҙар. Китапханаға көн һайын тигәндәй килгән, буш ваҡытын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрә белгән бына шундай иң әүҙем, шәп китап уҡыусыһы бар Өмбәт ауыл китапханаһының!