12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китапҡа һөйөү ғаиләнән башлана»

Тормошта һәр нәмәнең башланғысы ғаиләнән башлана. Бала ғаиләлә күреп үҫкәнде аңына һеңдереп, үҙенә киләсәккә ғаилә тәрбиәһенә нигеҙләнеп киләсәккә юл яра. Китап менән дуҫ булырға тип, мәктәптә, башҡа сараларҙа күпме генә тылҡыһаң да өйҙә уҡып үҫмәһә, көсләп яраттырыу мөмкин түгел. Бигерәк тә йәш быуын китаптан телефон, компьютерҙы өҫтөн күрә, өлкәндәрҙе лә  интернет селтәре ваҡыт үтеү менән үҙенә ныҡлап ылаҡтыра. Был бигерәк тә китапханасыларҙың эшенә кире тәьҫире күп.Ә шулай ҙа китап менән дуҫ булыуылар арабыҙҙа бар әле.

Юлдаш ауылына Муйнаҡ ауылынан килен булып төшкән Ишеғолова Сәкинә апай ҙа китап уҡый.”Йәш саҡта, бигерәк тә студент осоронда ҡосаҡ-ҡосаҡ китап алып уҡый торғайныҡ. Ял көндәрендә ауылға ҡайтырға ара алыҫ, шул күберәк китап уҡыныҡ инде.Хәҙер күберәк интернет селтәрҙәренән хикәйәләр уҡыйым” ти. Сәкинә апай ваҡытлыса әсәйен тәрбиәләргә алып ҡайта. 83 йәшлек Хәмидуллина Рәҡиә инәйгә лә китап алып ҡайтып китә ул Сәкинә апай, үҙҙәрендә саҡта. “Муйнаҡта Финиза еңгәйҙең бөтә китаптарын уҡып бөттө инде ул”ти әсәһе хаҡында. Сәкинә апай үҙе һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы булды.Күп йыллыҡ стажы бар, мәктәп ҡыҫҡарыу сәбәпле өйҙә, Зиннур исемле ул тәрбиәләйҙәр.Тормош иптәше Рәил ағай Себер тарафтарында эшләй. Сәкинә апай шулай уҡ ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Китапханала (шулай уҡ клуб ағзаһы), мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙа ла гел ҡатнашып тора, өйөндә лә бына тигән хужабикә. Сабыр холоҡло, уңған, әҙәбиәтте үҙ иткән Сәкинә апайға, өлкән йәштә булған Рәҡиә инәйгә лә һаулыҡ, тыныс тормош, һәр саҡ шулай актив булып ҡалыуҙарын теләйем.

Гөлфиә Ишмөхәмәтова, Юлдаш ауыл китапханасыһы.