12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Донъя балҡый төрлө төҫтәрҙә»

Донъя балҡый төрлө төҫтәрҙә тип ,юҡҡа ғына алманым бөгөнгө осрашыуҙы. Төрлө төҫтәр менән матурлыҡ тыуҙырыусы йәштәребеҙҙең береһе- Камилла Батталова булыр.Өфөнөң художество-сәнәғәт колледжында белем ала,алты йәштән hүрәт төшөрә .
Бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты итеп, йәйге ялдағы балаларға Камилланың эштэре менән таныштырыу ине. Үткән йылда ла ошондай матур сара үткәйне,ә быйыл Камилла яңы эштәре менән ҡыуандырҙы.Балаларҙы эҫе көндәрҙә hыу буйынан айырыуы ауыр.Шуға ҡарамаҫтан, беҙ йыйыла алдыҡ. Һүрәт төшөрөүгә конкурс иғлан иттек. Спонсорҙа табылды.Кем тиһегеҙ?Район советы секретары Мырҙабулатов Рәмил Урал улы үҙе балаларҙың эштәрен күреп, ҡыҙыҡһынды hәм ярҙам күрһәтте, бик рәхмәтлемен. Иң мөһиме: матурлыҡты күргән, ижад менән йәшәгән кеше бәхетһеҙ булмай.
Һинең киләсәгеңә ҙур ышаныс менән ҡарайым, уңыштар теләйем Камилла!
?»Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә» тигән әйтемдәй ,икенсе hөйөнөслө ваҡиға “РОСТЕЛЕКОМ” үҙ нөктәhен асты.

Гөлсөм Бикйәнова, Байдәүләт ауыл китапханаһы.