12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Йәйләү-2023”

Йәй – ул балаларҙың тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп һыу инеп, йырлап-бейеп, туғандары, дуҫтары менән яҡындан аралашыу мәле.
Ошондай матур миҙгелдә, Ейәнсура районының “Ал елкән” лагеры “Йәйләү-2023” сиктәрендә Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарға ишеген асты.
“Йәйләү”ҙең төп маҡсаты – балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, артабан үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу.
6 июль көнө үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ал елкән” лагерының “Йәйләү” отряд балалары өсөн «Халыҡ ижады — халыҡ байлығы» тигән сара үткәрҙе.
Сараны алып барыусылар ял итеүселәргә нимә ул халыҡ ижады?, уның төрҙәрен,
һүҙгә оҫта, хыялға бай кешеләр тарафынан ҡасандыр ижад ителеп, кешеләр хәтеренә күскәнен һөйләп үттеләр. Шулай телдән-телгә ижад ителеп, быуындан-быуынға күсә торғас, шымара-шымара беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Бына ошолай күмәк кеше тарафынан ижад ителеп, телдән таралған әҫәрҙәр ауыҙ-тел ижады тип йөрөтөлгәнен аңлаттылар.
Ҡунаҡтар башҡорт халыҡ ижадына арналған “Ҡурайҙың ете тажы” уйынында йомаҡ сисеп, башҡорт халыҡ әйтемдәрен, әкиәттәрен иҫкә алып, тыуған ергә арналған шығыр уҡып, “Шәл бәйләнем” йырына бейеп күңел астылар.
Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусылар әкиәт төрҙәрен һәм яратҡан әкиәттәрен иҫкә төшөрөп атап сыҡтылар. Шулай уҡ»Уйлап ҡара», «Ниндәй әкиәт», «Һүрәтте йый» уйындарында әүҙем ҡатнаштылар. Сара “Ебегән” уйыны менән тамамланды.