12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Иң мөһиме — шәхси өлгө

Хәҙерге заман балаларының китап уҡымауы, был шөғөлдө үҙ итмәүе тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар. Бының сәбәбен күптәр интернет һәм гаджеттарҙа күрә. Әммә заман технологиялары тормошобоҙға үтеп ингәнгә тиклем үк китап һөйөүселәр һәм уҡырға яратмаусылар булған. Балала китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү юҫығында атай-әсәй, ҡартай-өләсәй нимә эшләй ала?Ҡыуанысҡа күрә, Бикбау ауыл китапханаһында үҙе яратҡан темаға әҙәби китаптар, гәзит-журналдар алып уҡырға яратҡан уҡыусыларыбыҙ бар әле. Үҙҙәре генә түгел, балалары, ейәндәре менән килеп үҙҙәре уҡыған тәүге китаптарын ҡулдарына алып күрһәтеүҙәре, китапҡа һөйөү уятыуҙары үҙе ҙур тәрбиә. Шундай ғаиләләрҙең береһе — Әхмәттин һәм Рәғиҙә Ғәлимовтар. Улар 3 бала тәрбиәләп, үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. Өлкән йәштәмен тип тормай улар гөрләтеп донъя көтә, күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫырай.
Ғаилә башлығы Әхмәттин ағай китапхананың даими уҡыусыһы, «АиФ», «Комсомольская правда» гәзиттәренең береһен дә ҡалдырмай уҡып бара, ә тормош иптәше Рәғиҙә Әмир ҡыҙы шиғырҙар ярата, тасуири итеп һөйләй, китапханала үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Һәр каникулда ейәндәрен дә китапханаға алып киләләр, китапҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр. Сөнки уҡыған кешенең мейеһе шәп эшләй, зиһене байый, фекерләү ҡеүәһе арта.
Ниндәй генә дәлилдәр килтереп, белем алыуҙың ни тиклем мөһимлеген аңлатырға тырышмайыҡ, бөтөнләй китап тотмаған ғаиләлә уҡырға ынтылып торған баланың үҫеүе бик икеле. Шуға күрә китап уҡырға яратыу тигән яҡшы, ыңғай шөғөлдө өлкәндәр иң беренсе үҙҙәрендә булдырырға, шәхси өлгө күрһәтергә тейеш.