12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Әҙәбиәт һөйгән хисле күңел

Был тормошта һәр кемдең хеҙмәт юлы төрлө: кемдер эшен аҡса өсөн, кемдер еңел эш тип, кемдер осраҡлы рәүештә башлай. Ә бала саҡ хыялындағы, күңел ятҡан  һөнәрҙе һайлағанда ғына эшеңдең йәмен-тәмен татырға,юғары уңыштарға өлгәшергә булалыр.Бына шул бала саҡ һөнәренә тоғро булған бер китап уҡыусым-Бикмөхәмәтова Гөлкәй  апай. Ул ғүмеренең 36 йылын балалар уҡытыуға бағышланған.Күптән инде хаҡлы ялда булһа ла китапхананың клуб ағзаһы, саҡырған сараларға ихлас йөрөй.Һөнәре буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ шиғырҙарҙы ихлас күңелдән, тасури итеп уҡый ул. 1973 йылда унынсы класты тамамлағас Стәрлетамаҡ педагогия институтына уңышлы имтихан тапшырып уҡырға инә,1978 йылда тамамлаағас тыуған ауылы Юлдашҡа эшкә ҡайта һәм хаҡлы ялға киткәнсе ауылына, һәнәренә тоғро ҡала.”Тәүҙә төрлө фәндәрҙән уҡытырға тура килде”, ти Гөлкәй апай.М.Түлебаев китап сығарғанда ауыл тураһында төрлө мәғлүмәттәр менән дә ярҙам итә.Уҡытҡан осорҙа ундай мәғлүмәтте күп туплаған ул.Быйыл китапханасыларҙың “Минең ауылым Рәсәй тарихында”исемле проекттар конкурсын эшләгәндә  миңә лә ярҙам буды Гөлкәй апайҙың мәғлүмәттәре.Ул “Хеҙмәт ветераны”,”Башҡортостандың мәғәриф алдынғыһы”. Һәм әле лә китапхананың тогро уҡыусыһы.