Күңелле үтә каникулдар
Таныш булығыҙ: Дима Марченко. Был шәп егет Салауат ҡалаһынан, йәйге каникул көндәрен Әлебай ауылындағы өләсәһендә үткәрә. Ул рәхәтләнеп йылға буйында һыу инә, ҡояшта ҡыҙына. Шулай уҡ көсө етерҙәй эштәрҙә өләсәһенә – ҙур ярҙамсы. Эше менән ҡәҙерлеһен ҡыуандырһа, ә хеҙмәткә өйрәнеү үҙе өсөн һәйбәт. Ә иң яратып башҡарған эше – һүрәт төшөрөү.
Әлебай ауыл китапханаһы. Хәсәева Миңнегөл