12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Ғилем һәм матурлыҡ һөйөүсе уҡытыусы.

Киләһе китап уҡыусым -Шәйәхмәтова Тәнзилә Сафиевна. Ейәнсура районының Юлдаш (Этҡол) ауылында тыуған. Юлдаш башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң дөйөм урта белемде Абзан урта мәктәбендә ала. “1969 йылда урта белем тураһында аттестат ала, әммә юғары уҡыу йортона уҡырға инмәй. 1970 йылдың 5 апрелендә Юлдаш һигеҙ йыллыҡ  мәктәбе директоры Ш.М. Бикмөхәмәтов декрет ялына киткән уҡытыусы урынына 1 класта дәрестәр алып барырға күндерә. 2 ай буйы балалар менән эшләү артабанғы яҙмышын хәл итә. Директор Шәйхислам Мөхәмәт улы, дәрестәргә йыш йөрөп, былай ти: «һин уҡытыусы булырға һәм мәктәпкә ҡайтырға тейешһең»,-тип, СДПИ-ға характеристика-рекомендация бирә. 1970 йылда рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә “ (Аҫылбаев Миҫҡәт ағай яҙмаһынан)1975 йылда Юлдаш мәктәбендә үҙ һөнәре буйынса эшләй башлай.2010 йылға тиклем тыуған ауылы мәктәбендә эшләй. Ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.Күмәк балалы ғаиләлә иң өлкән бала була ул. Каникул ваҡыттарында колхоз эшенә йөрөргә лә өлгөрә. Ғүмер буйы уҡытыусы булғас, китап менән дә дуҫ, ваҡыты булғанда китапханаға йөрөй, бигерәк тә башватҡыстар сисергә ярата.Хәҙер ҙә йәштәр кеүек йүгереп йөрөгән апай. Бала саҡ шөғөлө шәл дә бәйләй,ишек алды, баҡсаһы тулы сәскәләр.Уның һөнәрен дауам итеүсе уҡыусылары ла бар уның. Күп ғүмерен аң-белемгә арнаған, матурлыҡ яратҡан Тәнзилә апайға артабан да һаулыҡ, ғүмер теләйек.

3 сө фотола Тәнзилә апай БСТ төшөргән “Тормош” программаһы өсөн интервью бирә.

2-се фотола СВО-ға ярҙамға әҙерләнгән мәл.