12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Уҡытыусы булып тыуған ул»

Уҡытыусы булып тыуған ул. Етеҙ, көслө, мәргән, ныҡышмал, сәмле, тәүәкәл, тырыш – ир-егеттәр тураһында һүҙ алып барһаҡ, тәү сиратта ошо сифаттар күҙ алдына килә. Ә был сифаттарҙы нисек тәрбиәләргә һуң? “Спорт менән!” – тип яуап бирә Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәүсе Илмир МӨХӘМӘТЙӘНОВ. Сөнки ул үҙендәге ошо сифаттар менән күптәргә үрнәк булып йәшәй.
Илмир ағайҙың күңелендә спортҡа ҡарата һөйөү бала саҡта уҡ уяна. Ҙур класс малайҙары менән бер ҡатарҙан еңел атлетика, саңғы ярыштарына йөрөй, волейбол уйнай. Ә физкультура уҡытыусыһы Фәттәх Ишмырҙиндың иртәнсәк күнекмәләр яһауын, йүгереүен белгәс, уҡыусыһы уға ҡушыла. Көн һайын, һауа торошона ҡарамайынса, мәктәптә дәрестәр башланғансы 3 – 5 саҡырым йүгергән малай киләсәктә ниндәй һөнәр һайларын, спорттың сәләмәтлеккә ниндәй йоғонто яһауын аңлап та етмәй. Бары тик күңел ҡушыуы буйынса яратҡан шөғөлө менән булыша. Әммә шул саҡта уҡ тырышлыҡ менән сәм булғанда ғына еңеү яулап булғанын аңлай.
Рус теленән диктант яҙа алыуына икеләнһә лә, бәхетен һынап ҡарар өсөн егет юлға сыға. Спорт күнекмәләрендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән абитуриенттың рус теле һәм математика имтихандарындағы бер аҙ хаталарын ғәфү итә уҡытыусылар. “Ҡыуып етер, тырыш егеткә оҡшаған,” – тип ҡарар сығара улар. Ысынлап та, Илмир ағайға тырышырға, башҡалар менән бер кимәлдә булырға тура килә. Сөнки училищела тәртип ҡаты: насар уҡыусыларҙы олимпиадаларға, ярыштарға йөрөтмәйҙәр. Ә бала саҡтан еңеү тәмен татып, сәмле булып үҫкән егет ундай сараларған нисек ситтә ҡалһын?!
Еңел атлетиканан тренер ҙа, курс етәксеһе лә булған Глеб Анатоливич Тегуновты оло хөрмәт менән иҫкә ала Илмир ағай. “Ул беҙгә уҡытыусы ғына түгел, ә кәңәштәре менән ярҙам иткән, характер тәрбиәләгән дуҫ та булды. Хатта уҡыуҙы тамамлағас, артабанғы яҙмышым өсөн борсолоп, эшкә урынлашырға ла ярҙам итте” – ти. Ә диплом алған йәш белгестең Күмертау ҡалаһында ҡалыуына оло сәбәп була: студент йылдарында ул ғүмерлек тормош юлдашын, йәшлек мөхәббәтен – Тәнзиләне осрата. Балаҡатай районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ҙа спорт ярата. Ул йылдарҙа Башҡортостанда ике генә уҡыу йорто физкультура уҡытыусыларын әҙерләгән була. Шуға ла республиканың төньяҡ-көнсығыш сигенән көньяҡ сигенә килеп уҡырға батырсылыҡ итә. Спортҡа булған ҡыҙыҡһыныу ике йәш йөрәкте таныштырып ҡына ҡалмай, ә мөхәббәт хистәренә лә нигеҙ һала. Шуға ла Илмир ағай буласаҡ ҡатынының уҡып бөтөүен көтөп, брикет заводына эшкә урынлашып тора. Спортсы булараҡ дан алған егетте мәктәпкә лә, милицияға ла эшкә саҡыралар. Әммә ул тыуған ауылына ҡайтырға, тигән маҡсат менән йәшәй.
Комсомол туйы менән ҡауышҡан йәш ғаилә 1978 йылда Иҙәш ауылына ҡайтып төпләнә. Тик ике физрукка бер мәктәптә дәрестәр етмәй, Тәнзилә Ғәбделхәй ҡыҙы интернатта тәрбиәсе булып эш башлай. Тыныс холҡло, аҡыллы, кеше менән булышмаған киленде ауыл халҡы ла яратып ҡабул итә.
– Тәү сиратта Ейәнсура мине матур тәбиғәте менән күңелемде яуланы. Икенсенән, ҡәйнәм Сәғирә Халиҡ ҡыҙы шул тиклем һәйбәт кеше булды. 2-се курста уҡығанда әсәйем мәрхүмә булғайны. Ул мине үҙ ҡыҙылай ҡабул итеп, күңел һағыштарымды баҫты. Үҙе оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгәс, беҙҙең мәшәҡәттәрҙе лә, ауырлыҡтарҙы ла аңланы, донъя көтөргә ярҙам итте. Илмир ағайығыҙ менән икебеҙ ҙә ситтән тороп юғары белем алдыҡ. Сессияға киткәндә, ҡәйнәм балаларҙы ла, донъяны ла ҡараны. Ул ваҡыттағы мәктәп директоры Хәсән Дәүләтбәковҡа рәхмәтлемен. “Килен, тип яҡын күреп әйтәм. Һин бәләкәй балаларҙы яратаһың, гел күҙәтеп торам. Әйҙә юғары белемде ошо йүнәлештә ал,” – тип кәңәш биргәс, Стәрлетамаҡ институтына уҡырға индем. Ә ирем юғары белемде Ырымбур педагогия институтында алды.
Иҫке мәктәп, спорт залы юҡ. Физкультура дәрестәре башлыса тышта үтә. Йәш уҡытыусының ауылдағы хеҙмәт юлы шулай башланып китә. Мәҙәниәт йортонан бүленгән махсус бүлмә өсөн Илмир ағай шатланып бөтә алмай: турник
ҡуйырға, махсус мата түшәп күнекмәләр үткәрергә мөмкинлектәр тыуа. Уҡыусылар ғына түгел, ауыл йәштәре лә күпләп спортҡа тартыла башлай. Яңы мәктәп иһә мөмкинлектәрҙе тағы ла арттыра. Хәҙер инде уҡытыусыларының юлын дауам иткән уҡыусылар ҙа байтаҡ ҡына. Мөхәмәтйәновтарҙың ике улы – Илгиз менән Рубин да, ҡыҙҙары Гөлүзә лә һөнәрҙәре буйынса физкультура уҡытыусыһы. Кинйә малайҙары Илзир генә әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, программист һөнәрен үҙләштерергә булған. Бала саҡта башлаған йүгереү күнекмәһен Илмир ағай балаларына ла тапшыра. Көн һайын ғаилә менән тау битләүенән йүгереүселәргә күрше-тирә балалары ла ҡушыла. Хәҙер инде олатай менән өләсәйҙәрен һигеҙ ейән-ейәнсәр спорттағы һәм уҡыуҙағы уңыштары менән ҡыуандыра.
Әйткәндәй, элек һабантуйҙар мәлендә: “Бар бүләкте иҙәштәр ала инде!” – тигән лаҡап та йөрөгән. Сөнки йүгереү, һикереү, волейбол, мылтыҡ атыу, шашка, шахмат һәм башҡа ярыштарҙа Илмир ағай менән Тәнзилә апай гел еңеү яулаған. Ә мәрәйҙәр һаны менән алдынғылыҡҡа сыҡҡан колхоз йылдың йылы йә машина, йә трактор менән бүләкләнгән. Бынан тыш “Спортсы ғаилә” ярышында Мөхәмәтйәновтар республика кимәлендә сығыш яһаған. Илмир ағай ҙа 29 йыл ғүмерен белем биреүгә арнаған. Бөгөн дә ул мәғариф системаһында эшләр ине, әгәр ҙә яҙмышы көтөлмәгән боролош алмаһа. Бынан 11 йыл элек ул юл фажиғәһенә осорап, һаулығын юғалта. Йәғни аяҡтары йөрөмәҫ булып, инвалид креслоһына ултырырға мәжбүр була.
– Гел хәрәкәттә булып, әүҙем тормош алып барғас, тәүге йылдарҙа ауыр булды. Йүгереп китерҙәй булып ҡанатланғанда бер аҙым да атлай алмау – йән ғазабы. Спорт менән сыныҡҡан характерым булмаһа, ул һынауҙы нисек үтер инем, белмәйем. Ғөмүмән спорт кешене тәрбиәләй. Минән класташтарым тәүге осорҙа: “Шуҡ, хулиган малай булып йөрөнөң дә, уйламағанда уҡытыусы булып киттең” – тип көләләр ине. Ә ысынында иһә миңең характерыма һөнәрем һәм шөғөлөм яуаплылыҡ тойғоһо өҫтәне, – ти Илмир … улы йылмайып. – Юл фажиғәһенән һуң атлай алмаҫымды белгәс, мин бирешмәйәсәкмен, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Бындай осраҡта күптәр һына, тормош мәғәнәһен юғалта. Ә мин бер аҙ төшөнө күңел менән йөрөп алғас, киреһенсә, йәшәүгә, ғаиләмә яңыса ҡарай башланым. Минең өсөн борсолоп, ярҙам итергә тырышып торған яҡындарым булғанда ниңә бирешергә?
Ысынлап та, Илмир ағай был һынауҙы тырышып-тырмашып үтергә тырыша. Коляскала ултырыуға ҡарамаҫтан ауылда үткән ярыштарға тамашасы йәки судья булараҡ йөрөй.Ҡатыны Тәнзилә апай менән ауылда үткән мәҙәни сараларҙан берҙә ситтә ҡалмайҙар, китапхананың иң әүҙем уҡыусылары,яңы әҙәби китаптар килеү менән һорап алып уҡыйҙар,китапхана ойошторған шашка уйындарында судья булып ҡатнаша.Тәнзилә апай ҙа хаҡлы ялда китапхананың»Әхирәттәр» клубы ағзаһы булып тора.Бер сара ла унһыҙ үтмәй.Ҡыҫҡаһы, матур киләсәккә өмөт итеп ултырмайҙар, ә бәләкәй аҙымдар менән булһа ла килер көндәрен үҙҙәре матурларға тырышып йәшәйҙәр. Ошо тырышлыҡтары менән ихтирам тойғоһо уятһа, спортҡа тоғоролоҡтары һоҡландыра.
Зифа Ишмырзина, Иҙәш ауылы китапханасыһы.